Инйәр
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Апрель 2023, 14:26

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ибраһимова Диана, Абдуллина Сулпан, Ағабаева Йәмилә, Ғәлиуллина Наҙгөл, Хөснуллина Аделина — Ҡыҫынды мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары.

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ибраһимова Диана, Абдуллина Сулпан, Ағабаева Йәмилә, Ғәлиуллина Наҙгөл, Хөснуллина Аделина — 7-се класс уҡыусылары. Уҡытыусылары Әлфира Рафаил ҡыҙы Абдуллина уларҙың класс етәксеһе генә түгел, ә ысын дуҫы ла. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла йыр-бейеүгә маһир. Йәмилә үҙе гитарала уйнарға өйрәнеп, концерттарҙа сығыш яһай. Мәктәптә ойошторолған һәр бер байрамға улар тос өлөш индерә. Диана менән Сулпан уҡыуҙа ал бирмәүселәр рәтендә. Икеһе лә класташтарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Наҙгөл, Аделина, Йәмилә мини-футбол түңәрәгенә йөрөйҙәр. Ҡыҙҙар башҡалар менән “Умырзая” фольклор төркөмөндә бейергә лә, ата-әсәләренә ярҙам итергә лә, башҡа яратҡан эштәре менән шөғөлләнергә лә  өлгөрәләр.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: