Инйәр
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Апрель 2023, 14:21

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ҡыҫынды мәктәбе районыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылған тотороҡло белем усағы булыуы менән әһәмиәтле.

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

5-се һәм 8-се кластарҙы тынғыһыҙ, талапсан һәм дәрте ташып торған тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рәсем  дәрестәре уҡытыусыһы Фәниә Фазыл ҡыҙы Хәсәнова алып бара. Бишенселә ете бала уҡый. Камалитдинова Эвелина, Хәсәнова Дания уҡыу алдынғылары. Улар мәктәптә һәм районда үткәрелгән конкурстарҙа үҙҙәрен юғары кимәлдә күрһәтеп, республика буйынса уҙғарылған бәйгеләрҙә лә һынатмай. Хәсәнова Дания яңыраҡ Ҡырмыҫҡалы районында ойошторолған “Шайморатов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында 1-се урын яуланы. Иҙрисова Эмилия, Әсәҙуллина Рината, Исламғолова Нелли, Әсәҙуллин Айдамир, Хөснуллин Вилдан спорт ярыштарында, кластан тыш сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар районыбыҙҙың “Умырзая” фольклор ансамбле ағзалары. Әйткәндәй, уҡыусылар тимурсылар командаһы менән даими оло кешеләргә ярҙам итәләр, ауыл урамдарын өлкәндәрҙән башҡа үҙ аллы йыйыштырып та алалар. Нелли һәм Дания оҫта итеп һүрәт төшөрә.

Һигеҙенселәр: Юламанова Азалия, Солтанова Розалия, Исламғолов Вилдан мәктәптәге бер саранан да ситтә ҡалмай. Байрамдар, ижади кисәләр булһынмы, экологик өмәләрме — уларҙың уртаһында ҡайнайҙар.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: