Инйәр
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Апрель 2023, 14:16

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ҡыҫынды мәктәбе районыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылған тотороҡло белем усағы булыуы менән әһәмиәтле.

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

2-се һәм 3-сө кластарға ижади һәләтле ҡыҙыҡайҙар һәм малайҙар йыйылған. Мәктәптәге бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Уҡыусыларҙың байтағы күп балалы ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәнгә хеҙмәт һөйөүсән, иғтибарлы һәм хәстәрлекле. Был кешелек сифаттары уларға белем алғанда ярҙам итә. Исламғолова Сафия, Хөснөтдинова Индира, Салауатова Илүзә, Солтанов Арыҫлан, Иҙрисов Хәйҙәр, Әсәҙуллин Айҙар киң күңеллеләр, ярҙамсылдар.

Мостафина Ралина һәм Риана, Мостафина Айгөл, Ағабаева Данилә, Хөмәтҡолов Ислам, Хәлиуллин Дим,  Йосопов Айбулат уҡыу алдынғылары, иптәштәренә уҡыуҙа ярҙам итергә һәр саҡ әҙерҙәр. Мәғариф өлкәһендә байтаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән класс етәкселәре Миңзәлә Зәйнитдин ҡыҙы Йомағужина тәрбиәләнеүселәренән ҡәнәғәт.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: