Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
13 Апреля 2023, 10:54

Тарих сылбыры өҙөлмәһен

28 мартта Уҫаҡлы ауыл клубында Рәсәй Федерацияһында Педагог һәм остаз, Башҡортостан Республикаһында Кесе ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналған “Үткәндәрҙе барлап”  тип аталған фестиваль үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тарих сылбыры өҙөлмәһенТарих сылбыры өҙөлмәһен
Тарих сылбыры өҙөлмәһен

28 мартта Уҫаҡлы ауыл клубында Рәсәй Федерацияһында Педагог һәм остаз, Башҡортостан Республикаһында Кесе ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналған “Үткәндәрҙе барлап”  тип аталған фестиваль үтте. Уны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар әҙерләне.

Клуб бинаһында ҡомартҡыларға бай тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторолған. Килеп ингәс тә ҡунаҡтарҙы биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе үҙенә йәлеп итте.  Концерт программаһы атайсал тарихына, уның арҙаҡлы шәхестәренә, мәҙәниәтенә, көнкүрешенә арналды һәм экскурсия формаһында дауам итте.  Ауылдың тарихы, намыҫлы хеҙмәт кешеләре тураһында  Г.М.Фәйрүзова ентекләп таныштырҙы. Оҙаҡ йылдар тыуған ерендә тир түгеп,  яҡташтары өсөн үрнәк булған уҫаҡлылар хаҡында ишетеүе күңелле булды. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнгән хеҙмәт ветераны В.З.Усачёва ла саҡырылды. Ул залдағыларға ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.  Уҫаҡлының билдәле ҡул оҫталары ла иҫкә алынды. Артабан “Ветерандар” тигән бүлеккә байҡау яһалды. Бында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугир-интернационалистар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәр хаҡында бәйән ителде.  Ялҡынлы шиғырҙар һөйләнде, йырҙар башҡарылды, халыҡ уйындары ла сәхнәләштерелде.  Фестиваль тыуған төйәк хаҡында иң йылы иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

Татьяна Воробьева,

Уҫаҡлы ауыл клубының художество етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас