Инйәр
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Март 2023, 12:45

“Үткәндәрҙе барлап” киләсәккә барабыҙ

Районда Рәсәйҙә Педагог һәм остаз, Башҡортостан Республикаһында Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылдарына арнап “Үткәндәрҙе барлап” тип  аталған “Атайсал” халыҡ ижады фестивале старт алды.

“Үткәндәрҙе барлап” киләсәккә барабыҙ
“Үткәндәрҙе барлап” киләсәккә барабыҙ

Районда Рәсәйҙә Педагог һәм остаз, Башҡортостан Республикаһында Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылдарына арнап “Үткәндәрҙе барлап” тип  аталған “Атайсал” халыҡ ижады фестивале старт алды. Мәртәбәле сараны “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Абҙан ауыл биләмәһе тантаналы башлап ебәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, абҙандар өсөнсө йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. “Айыҡ ауыл — 2022” бәйгеһенең район этабында улар I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.

Конкурстың маҡсаты — халыҡты тыуған төбәктең үткән һәм хәҙерге тарихына йәлеп итеү, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙы сәскә аттырыуға, кешеләрҙең тормошон йәмләндереүгә, үҫеп килеүсе быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә йүнәлдерелгән хеҙмәттәрҙе күрһәтеү.

Биләмә ерлегендә йәшәгән үҙешмәкәрҙәр араһында нәфис һүҙ оҫталары ла, халыҡ, эстрада, ретро йырҙарын матур башҡарыусылар ҙа етәрлек. Абҙан  мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы, “Өмөт” халыҡ театры, мәктәп, район мәҙәниәт йорто артистары һәм башҡалар менән берләшеп, ойошҡан, сағыу концерт программаһын тәҡдим итте.

Концерт барышында һәүәҫкәрҙәр менән  мәҙәниәт белгестәренең етди эшләүе һиҙелде. Төрлө һөнәр эйәләрен бергә туплаған клуб хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы бушҡа булманы. Байрамды Абҙан мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Фаягөл Кинйәғолова матур итеп алып барҙы. Кисәне Абҙан мәҙәниәт йорто коллективы “Ҡом бураны” тип аталған башҡорт халыҡ йыры менән асты. Рида Әхмәтова, Раушания Заһитова, “Ихлас” ирҙәр, “Дуҫлыҡ”, мәктәп ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблдәре башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Р.Әлимғолова менән Ф.Кинйәғолова биҙәү-ҡулланма сәнғәте дефелеһын тәҡдим итте. З.З.Өмөтбаев, В.З.Ғаянова, Ф.Ф.Кинйәғолова һәм Ф.Х.Кинйәғолова Мостай Кәримдең “Өс сифатта күрәм, өс һында” әҫәренән өҙөктө нәфис уҡыны. Мәктәп уҡыусылары думбырала “Ҡара юрға” көйөн уйнаны. Абҙан мәҙәниәт йортоноң халыҡ инструменттары ансамбле сығышы айырым бер ижад емешенә тиң булды. 4-се класс балаларының “Любизар” йыры тамашасыларға бигерәк хуш килде. “Өмөт”тәр Ә.Әминевтың “Ҡытайгород” повесынан өҙөк күрһәтте. И.Ҡотлозаманов “Дәрүиш-Хан” рок-төркөмө репертуарынан дәртле йыр бүләк итте. Залдағыларға һағышланырға ла, моңланырға ла урын булды. Байрам “Башҡортостан тыуған ерем” тип аталған йыр менән тамамланды.

Концерт халыҡҡа оҡшаны, һәр сығыш ихлас алҡыштар менән оҙатылды. Абруйлы баһалама комиссияһы ағзалары: Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Г.З.Закирова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Т.Ғ.Сәғәҙәтова, район мәҙәниәт йортоноң директоры Л.В.Тюленева һәм башҡалар фестивалдең юғары кимәлдә әҙерләнеүен һәм үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, унда ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сараның мәртәбәле һәм әһәмиәтле булыуын билдәләп, үҫешеүен, дауам ителеүен теләне.

Сәнғәт йәнле абҙандар һынатманы.

Дилара Фәтихова.

Фото — Абҙан мәҙәниәт йорто сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: