Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Март 2023, 13:04

Халыҡтар дуҫлығы өлгөһө сағылды

“Үткәндәрҙе барлап” “Атайсал” халыҡ ижады фестивале Арх-Латыш ауыл биләмәһендә лә гөрләп үтте.

Халыҡтар дуҫлығы өлгөһө сағылды
Халыҡтар дуҫлығы өлгөһө сағылды

“Үткәндәрҙе барлап” “Атайсал” халыҡ ижады фестивале Арх-Латыш ауыл биләмәһендә лә гөрләп үтте. Максим Горький мәктәбе  был көндө ысын байрам төҫө алды. Зал милли колоритта биҙәлгән, бай йөкмәткеле күргәҙмә һәр кемде үҙенә йәлеп итте. Башҡорт, рус һәм латыш милли кейемдәрендәге һәүәҫкәр артистар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы.

Бында ла район мәҙәниәт йорто артистары, мәктәп уҡыусылары, хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл таланттары менән берлектә халыҡтар ижады нигеҙендә үткәндәрҙе бөгөнгө менән бәйләп,  киләсәккә өмөт бағлаған тамаша ойошторолдо.

Арх-Латыш ауыл биләмәһендә бер нисә милләт вәкилдәре дуҫ һәм берҙәм ғүмер итә. Концерт дауамында башҡорт халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, музыка ҡоралдарында көйҙәр башҡарыуҙан тыш, сағыу рус халыҡ ижады өлгөләре лә, дәртле латыш бейеүҙәре лә тәҡдим ителде. Максим Горький ағинәйҙәре, башҡорт фольклор төркөмөнә  йөрөгән мәктәп уҡыусылары был сарала айырыуса айырылып торҙо. Һәр сығышта халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлек сағылды.

“Үткәндәрҙе барлап” фестивале уңышлы үтте. Тамашасылар һәм жюри ағзалары ҡәнәғәт ҡалды.

Дилара Фәтихова.

Фото — район мәҙәниәт йорто сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: