Инйәр
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Март 2023, 12:41

Булған бәхетебеҙҙән айырмаһын...

— Ғүмер үткән һайын Аҫҡын йылғаһының шифалы һыуын эсеп, шунан ләззәт, көс алып,  урман-ҡырҙарында ҡолонсаҡтай уйнап, ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, гөрләп үткән бала, үҫмер сағым йыш иҫкә төшә.  

Булған бәхетебеҙҙән айырмаһын...
Булған бәхетебеҙҙән айырмаһын...

— Ғүмер үткән һайын Аҫҡын йылғаһының шифалы һыуын эсеп, шунан ләззәт, көс алып,  урман-ҡырҙарында ҡолонсаҡтай уйнап, ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, гөрләп үткән бала, үҫмер сағым йыш иҫкә төшә.  Уның киң ялан-баҫыуҙары, мөһабәт ҡая-тауҙары, сылтырап аҡҡан шишмәләре мәңге хәтерҙә, — тип хәтирәләр йомғағын һүтә башланы Аҫҡын ауылында тыуып, бөгөн Тәүәкәстә йәшәгән Мәрүә Зиннәтулла ҡыҙы Зөлҡәрнәйева (Абдуллина).

Улар ғаиләлә дүрт ҡыҙ: Ғәзимә, Мәнсиә, Мәрүә һәм Рәмилә үҫәләр. Аталары Зиннәтулла Садиҡ улы төп Аҫҡын кешеһе, ә инәләре Фазилә Мәхәмәтғәли ҡыҙы — Оҙондарҙан. Икеһе лә башта колхозда, артабан Архангел урман сәнәғәте хужалығында  тир түккәндәр.

 Һуғыштан һуң, ауыр булһа ла, бар халыҡ дәртләнеп яңы тормош төҙөүҙә ҡатнаша. Аҫҡын балалары, шул иҫәптән Мәрүә апай ҙа башланғыс мәктәпкә йөрөй. Белем усағы булмау сәбәпле, ауылдаштары Тимерйән бабай үҙ йортон ваҡытлыса мәктәп өсөн биреп тора. Шулай итеп, йорттоң оло яғында төрлө йәштәге малай-ҡыҙҙар һабаҡ ала, ә дәрестән һуң ололарға ярҙамға ашыға.

Тормош бер аҙ еңеләйеп, инде иркенләп йәшәй генә башлағанда аталары үлеп ҡала. Фазилә Мәхәмәтғәли ҡыҙы ҡыҙҙарын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра.

— Инәй менән бала етем булмай. Беҙҙе ҡәҙерлебеҙ ҡурсалап, етеш итеп үҫтерҙе. Үҙебеҙ ҙә тырыштыҡ. Атайһыҙ тип торманыҡ — малын да аҫраныҡ, бесән, утынын да әҙерләнек, колхоз эшенә лә сыҡтыҡ. Туҡранбаш (клевер) йыйыу бик теңкәгә тейә ине. Урып-йыйыуҙың тәүге көнөнән ырҙында  бил бөктөк. Максим Горький менән Аҫҡын араһында Аҡ келәт була торғайны. Унда Иван тигән бабай идара итте. Башҡортса һөйләшеүен ҡыҙыҡ күрә инек.

5-се кластан 8-гә тиклем Ҡауарҙы мәктәбенә йөрөнөк. 1963 йылда Өфөлә тегенсегә уҡырға индем. Диплом алғас, хеҙмәт юлымды “Восход” фабрикаһында башланым, аҙаҡ “Мир”-ҙа дауам иттем. 10 йылдан артыҡ ошонда эшләнем. 1977 йылда Тәүәкәстә йәшәгән Сания апайыма ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡта буласаҡ тормош иптәшем Миңлеғәли Тимерғәли улы Зөлҡәрнәев менән таныштыҡ. Шул уҡ йылда  өйләнешеп, Тәүәкәстә донъя ҡорҙоҡ. Ҡәйнәм Ғәнифә Әбүбәкир ҡыҙы бик аҡыллы, сабыр ҡатын ине. Миңә ҡарата ихтирамлы булды. Уны тик яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә алам.

Ғаилә башлығы Миңлеғәли Тимерғәли улы атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә алты айлыҡ сабый көйө ҡала. Ғәзиздәре шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай, Латвия ерҙәрендә башын һала. Инәһе колхоз эшенән бушамағанлыҡтан, уны күберәге Факиһа апаһы ҡарай. Көслө ҡатын ҡыҙы менән улына йәтимлек төҫө күрһәтмәй, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә. Миңлеғәли ағай башта Тәүәкәстә, аҙаҡ Абҙанда уҡый. Аттестат алғас, Стәрлетамаҡта механизатор һөнәрен үҙләштерә. Колхозда тракторҙа эшләп йөрөгән мәлендә  уны Пермь ауыл хужалығы техникумына механикка уғырға ебәрәләр.  Колхоз тарҡалғансы  механик булып хеҙмәт итә, һуңынан Тәүәкәс мәктәбендә хужалыҡ менән идара итеүсе вазифаһын үтәй. Мәктәп директоры Зөбәйер Иҡсан улы Баһауетдинов менән берлектә яңы мәктәп төҙөү өсөн күп көс түгә. Әллә күпме документтар йыйыу, килешеүҙәр төҙөү, төҙөлөш материалдарын барлыу һәм башҡа бихисап мәшәҡәттәрҙе берҙәм атҡаралар. Хаҡлы ялға киткәнсе ил-ағаһы үҙ һөнәренә тоғро ҡала.

— Тормошҡа сыҡҡас, район үҙәгендәге көнкүреш йортона (“Дом быта”) урынлаштым. Бригадабыҙ шәп, заказдар күп, эшебеҙ ырамлы ғына барҙы. Балаларыбыҙ Эльмира менән Марат тыуғас, эшемде өйҙә ҡабул итеүсе булып дауам иттем. Артабан мәктәп китапханаһына күстем. Яңы мәктәп асылғас, китапхананан тыш, хеҙмәт дәресен алып барҙым. Ҡайҙа ғына тир түкһәм дә һәр ерҙә яҡшы, ихлас кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү бәхете тейҙе.

Элек бит бала тыуғас, ҡатын-ҡыҙҙар оҙаҡ итеп өйҙә ултыра алманы. Мин дә сабыйҙарымды ҡалдырып, эшкә йөрөнөм, шуға улар бик иртә үҙ аллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа  өйрәнде. Эштән ҡайтыуыбыҙға дәрестәрен әҙерләп, кейемдәрен, уйынсыҡтарын йыйыштырып, сәй ҡайнатып көтөп алырҙар ине. Уҡырға яраттылар, шуға күрә китапҡа, почта аша гәзит-журналдар яҙҙыртырға аҡсабыҙҙы йәлләмәнем. Кистәрен, ял көндәрендә ваҡытты һәр саҡ бергә үткәрҙек. Иманыбыҙ камил, матур тәрбиә бирергә тырыштыҡ.

Хәстәрлекле ата-әсә ҡулында ҡанат нығытҡан  балалары тормошта үҙ урынын тапҡан. Эльмира Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡып сыға. Шамонино ҡасабаһында донъя көтә, ҡала мәктәбендә  эшләй. Марат Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, артабан аспирантураны тамамлай. Милли музейҙа генераль директор урынбаҫары, һуңынан гендиректор итеп тәғәйенләнә. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры. Ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй.

— Дүрт ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәйбеҙ. Улар ҙа ата-әсәләре кеүек киң күңеллеләр, тырыштар, ихтирамлылар. Ғәзиздәребеҙҙе һағынып көтөп алабыҙ. Йырҙа йырланғанса, “Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, бергә барыбер еңелерәк”. Хоҙай Тәғәлә булған бәхетебеҙҙән айырмаһын, донъялар тыныс булһын, — тип баҫалҡы, тыныс тауышы менән бәйән итте Мәрүә ханым.

Дилара Янбаева.

Фото — ғаилә архивынан.  

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: