Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Март , 10:36

Йәштәр тормошо

Ауыр хәлдә ҡалһаң — шалтырат

Йәштәр тормошо
Йәштәр тормошо

Ошо көндәрҙә “Ғаилә” район-ара үҙәгенең психологы Рита Вәхитова “Ышаныс телефоны— ауыр хәлдә ярҙам” тип исемләнгән танып белеү сараһы үткәрҙе. Был проект балалар аноним психологик  ярҙам алһын өсөн ғәмәлгә ашырыла. Балалар ышаныс телефоны хеҙмәте бушлай, ул тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ эшләй.

Был сарала үҫмерҙәргә психологик ярҙамдың аноним хеҙмәте тураһында мәғлүмәт бирелде һәм ауыр тормош хәлендә эмоциональ ярҙам алыу ресурстары билдәләнде, ыңғай ҡарар табыу оҫталығы формалаштырылды. Төрлө йәштәге балаларҙы борсоған төп проблема ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәргә, тиҫтерҙәре, уҡытыусылар менән мөнәсәбәттәрҙә килеп тыуған ауырлыҡтарға, уҡыу программаларының ныҡ ауыр булыуына, шулай уҡ башҡа мәшәҡәттәргә бәйле. Балалар төрлө уйындар уйнаны, файҙалы кәңәштәр һәм ышаныс телефоны номерҙарын алды.  Сара һуңында уларға иҫкәртмәләр таратылды.

Ә.Әхтәмова.

Фото Рита Вәхитова тарафынан ебәрелде.

Автор:Алия Ахтямова
Читайте нас в