Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Март , 10:52

Водителдәр һәм йәйәүлеләр иғтибарына!

Беҙҙең һәр беребеҙ көн дә йәйәүле, пассажир йәки водитель сифатында юл хәрәкәтендә ҡатнаша.

Водителдәр һәм йәйәүлеләр иғтибарына!
Водителдәр һәм йәйәүлеләр иғтибарына!

Беҙҙең һәр беребеҙ көн дә йәйәүле, пассажир йәки водитель сифатында юл хәрәкәтендә ҡатнаша. Йәйәүлеләргә лә шундай уҡ оло яуаплылыҡ һалына. Юлдағы хәүефһеҙлек йәйәүленең дә, водителдең дә берҙәй яуаплылығынан тора. Ике яҡ тарафтан да ҡурҡыныс янауы бар. Бик күп осраҡта юл-транспорт ваҡиғаһында нәҡ шул йәйәүлеләр ғәйепле булып сыға. Сөнки күптәр светофорҙың ҡыҙыл утына йәки тейеш булмаған урында юлды аша сыға. Ҡайһы берәүҙәр, хатта, юл аша сыҡҡан саҡта боролоштан ҡапыл машина килеп сыҡмаһын тип тирә-яҡҡа ҡарарға кәрәк тигән ябай ғына ҡағиҙәне лә онотоп ебәрәләр. Аҙаҡ һуң булыуы мөмкин бит. Шуға күрә, водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә төп ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Шул осраҡта ғына юл-транспорт ваҡиғалары кәмейәсәк:

  — йәйәүлеләр тротуарҙан йәки йәйәүлеләр өсөн юлдан ғына, улар булмаған осраҡта юл ситенән генә йөрөргә тейеш;

  — ҡараңғыла юл ситенән барғанда кейемдә мотлаҡ рәүештә водителдәргә күренеп торорлоҡ яҡтылыҡ сағылдырыусы әйберҙәр булырға тейеш;

  — йәйәүлеләр юлды мотлаҡ йәйәүлеләр сыға торған урындан, улар булмаған осраҡта тротуар буйындағы юл сатынан йәки юл ситенән сығырға тейеш;

  — юл билдәләре менән тәьмин ителмәгән юлды аша сыҡҡанда яҡынлашып килгән машинаның тиҙлеген күҙ уңында тотоп, хәүеф янамаған осраҡта ғына уны үтергә кәрәк.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә беҙҙе бала саҡтан өйрәтәләр. Әммә, үҫеп еткәс, был ҡағиҙәләрҙе күп осраҡта онотабыҙ. Тирә-яғыңа ҡаранып, дөрөҫ итеп юлды аша сығыу – иң төп ҡағиҙәләрҙең береһе булып тора. Йәйәүлеләр ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта юл-транспорт ваҡиғалары күпкә аҙыраҡ булыр ине. Бик ҡабаланған осраҡта ла тейеш булмаған урында юлды аша сығырға ярамай.

Насар һауа торошо шарттарында йәйәүлеләргә бигерәк тә иғтибарлыраҡ булыу кәрәк! Ямғыр йә томан булған саҡта водитель тирә-йүнде насар күрә. Бындай осраҡта транспорт йөрөтөүе күпкә ҡыйынлаша. Еүеш юлда автомобилде туҡтатыр өсөн дә күберәк ваҡыт талап ителә. Шуға ла хәүефһеҙлек янамауы тураһында тулыһынса ышанғас ҡына юлды аша сығығыҙ. Автомобиль тиҙ генә туҡтай алмай, шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ! Ауыр хәл килеп тыуған осраҡта ярҙам һорап юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына мөрәжәғәт итегеҙ. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, кәрәк булғанда техник хеҙмәт йәки эвакуатор саҡыртыуҙа ла. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Азат Юламанов, ЮХХДИ начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция лейтенанты.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алия Ахтямова
Читайте нас в