Архангел районы эске эштәр бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тағы бер тапҡыр иҫкәртә: руль артына ултырған иҫерек кеше – ул енәйәтсе.
Алкоголь эсемлектәр ҡулланған килеш транспорт менән идара итеү юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу тип һаналыуы һәм уның йәмғиәткә ҙур ҡурҡыныс янауы хаҡында гәзит уҡыусыларҙың был хәлгә иғтибар итеүен теләйбеҙ.
Иҫерек водитель енәйәтсе икәнен хәтерҙән сығарырға ярамай. Ул кеше полиция хеҙмәткәрҙәренә тотолмаҫмын тигән ышаныс менән аңлы рәүештә законды боҙоуға бара. Нәҡ шундай руль артына эскән килеш ултырған кешеләр төҙәтә алмаҫлыҡ ҡайғылар килтерә, кеше яҙмышында ауыр эҙемтәләр ҡалдыра. Иң мөһиме – шундай иҫерек водителдәр арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр яфа сигә.
Ағымдағы йылдың 2 айында ғына иҫерек водителдәр ҡатнашлығында 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Өҫтәүенә 15 граждан зыян күргән һәм уларҙың береһе һәләк булған. Шуныһы билдәле: әҙ генә миҡдарҙа булһа ла иҫерткес эсемлек ҡулланған водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен шунда уҡ боҙа башлай. Уларҙың реакцияһы кәмей, үҙ-үҙенә контроль юғала, хәүеф сығанағына ваҡытында иғтибар бүлә алмай, ул, хатта, аңын юғалтыуы мөмкин.
Иҫерек водитель тураһында дәүләт автоинспекцияһына тиҙ арала хәбәр итергә кәрәк - был аңлы кешеләрҙең гражданлыҡ бурысы. Был ваҡытта кемгәлер насар эшләрмен, тип уйламағыҙ, шылтыратыуығыҙ кемдеңдер, хатта водителдең үҙенең дә ғүмерен ҡотҡарыр. Иҫерек водитель тураһында ни бары 102 номерына, йәки Эске эштәр министрлығының территориаль органының дежур бүлегенә шылтыратырға мөмкин.
Уның түбәндәге мәғлүмәт булырға тейеш: ваҡиға тураһында ҡыҫҡаса хәбәр, хоҡуҡ боҙоусының адресы, автомобиль номеры, маркаһы, төҫө һәм хәрәкәт йүнәлеше.
Азат Юламанов, ЮХХДИ начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция лейтенанты.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.