Инйәр
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Март , 10:44

Байрамдар

Гүзәл заттарға арнап

Байрамдар
Байрамдар

Яҙҙың тәүге байрамы алдынан гүзәл заттар өсөн район мәҙәниәт һарайында ҙур байрам концерты ойошторолдо. Кисәне тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан иткәс, һүҙ район хакимиәте башлығы Айрат Сә-йетғәлинға һәм муниципаль район Советы рәйесе Леонид Семенчукка бирелде. Ҡәҙерле, уңған, тырыш һәм һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға улар һаулыҡ, саф мөхәббәт, йылылыҡ һәм изгелек теләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һөйөклө әсәләренә, ҡатындарына, балаларына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Бигерәк тә районыбыҙҙа күп балалы әсәләр һоҡланыу уята. Гөлшат Вәлиева һәм Лүзиә Чумакова бишәр бала тәрбиәләй, улар "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды. Тантаналы шарттарҙа уларға дәүләт наградаһын муниципалитет башлығы Айрат Сәйетғәлин тапшырҙы.

Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төрлө өлкәләрҙә: мәғариф, мәҙәниәт, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, киң мәғлүмәт саралары, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә үҙҙәренең әһәмиәтен күрһәтә. М.Горький ауылынан Миләүшә Йәнешева Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” ҡатын-ҡыҙҙың статусын үҫтереү һәм уның йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Район хакимиәтенең почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән Зифа Абдуллина (Ҡыҫынды), Дилара Бәҙретдинова (“Инйәр” гәзите редакцияһы), Эльмира Мөхәмәтйәнова (ООО “Свежий ветер”), Татьяна Антипина (Максим Горький), Динә Әсәҙуллина (Архангел), Резеда Ғәрифуллина (район мәҙәниәт бүлеге), Гөлнара Фәйрүзова (Тирәкле), Юлиә Дауытова (МУП “Теплосеть”), Наталья Комзалова (Валентиновка), Наталья Чепайкина, Ольга Губачева (Архангел) һәм башҡалар бүләкләнде.

Музыкаль ҡотлауҙар, сағыу бейеү номерҙары район мәҙәниәт йорто һәм балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре башҡарыуындағы хор, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың бейеүҙәре, Салауат Әбделмәнов, Фәрүәз Камалетдинов менән Айгөл Ҡунаҡбаеваның моңло йырҙары, музыкаль сәләмдәре залдағыларҙың күңелдәренә хуш килде. Кисәне рәхмәт кисәһе тип атарға мөмкин — сөнки һәр береһе әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә, ҡыҙҙарға, апай-һеңлеләргә, туғандарға, коллегаларға булған һөйөүҙәрен үҙҙәренең йырҙары, бейеүҙәре аша белдерҙе. Тап улар тормошобоҙҙо яҡтылыҡ менән тултыра һәм иртәгәһе көнгә ниндәйҙер иҫ киткес көс, ышаныс бүләк итә бит. Ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған мәҙәни сара бик әһәмиәтле үтте.

Ә.Әхтәмова.

Ильмир Ҡаһарманов фотоһы.

Автор:Алия Ахтямова
Читайте нас в