Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 16:22

“Зарница” — ҡышҡы-спорт уйыны

Ауырғазы районының Талбазы ауылында Ауырғазы күп профилле колледжының мөдире Ф.Р. Бикҡужин башланғысы менән «Зарница» ҡышҡы хәрби-спорт уйыны ойошторолдо.

“Зарница” — ҡышҡы-спорт уйыны
“Зарница” — ҡышҡы-спорт уйыны

Ауырғазы районының Талбазы ауылында Ауырғазы күп профилле колледжының етәксеһе Ф.Р. Бикҡужин башланғысы менән «Зарница» ҡышҡы хәрби-спорт уйыны ойошторолдо. Йыйын башҡа мәҙәни һәм спорт сараларынан киң күләме менән айырылып торҙо, финалда дүрт район үҙәгенән: Красноусол, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Ауырғазы командалары көс һанашты. Улар «Зарница»ның  беренсе һайлап алыу этабын үҙ филиалдарында үтте.

Ярыштар саф  һауала, ҡышҡы ҡаты шарттарҙа уҙғарылыуы менән үҙенсәлекле булды. Өс сәғәтлек мауыҡтырғыс бәйге үҙ эсенә армия тормошона хас күп нәмәләрҙе алды. Командирҙың рапорттары менән тантаналы сафҡа теҙелеү, РФ һәм БР дәүләт флагтарын  гимндар оҙатыуында күтәреү, винтовканан атыу, автоматты һүтеп-йыйыу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, яралыларға беренсе ярҙам күрһәтеү, бәлә-ҡаза сигналдарын бирә белеүҙең халыҡ-ара системаһын ҡулланыу һәм башҡалар.

Конкурсанттар өйгә эштәрен дә лайыҡлы тәҡдим итте. Командалар махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн маскировка селтәре әҙерләп килтерергә тейештәр ине. Был осраҡта архангелдәр уңышҡа өлгәште, уларҙың ҡорамалдары иң  сифатлы һәм ҙур  тип табылды. Дөйөм һөҙөмтәлә беҙҙең  филиал командаһы 3-сө урын яуланы.  Иң һуңында ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр “ялан кухняһы”нда әҙерләнгән һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Бутҡа һәм төтөн еҫе тирә-яҡҡа үҙенә күрә йәм бирҙе.  Ошондай осрашыуҙар Ватаныбыҙҙың ысын яугирҙәрен тәрбиәләүҙә яҡшы алым.

Беҙҙе сараға барып ҡайтыр өсөн автобус менән тәьмин иткән  районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Таңһылыу Сәғәҙәтоваға һәм водитель Сәлим Садиҡовҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Зөлфиә Иҫәнбаева,

Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдиренең уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: