Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 15:41

Яҡташыбыҙҙың китабы донъя күрҙе

Рәсәй географы, энциклопедист, журналист, журналистар союзы ағзаһы  Клара Ишбулды ҡыҙы Әғлиуллина: — Раушан Хәзиәхмәтовтың ижадына килгәндә шуны әйтер инем: уның шиғырҙары күңеленән сыға, төплө мәғәнәле, ҡулланған һүҙлеге бай, туғанлыҡ хисе, әсәһенә булған һөйөүе тәрән.

Яҡташыбыҙҙың китабы донъя күрҙе
Яҡташыбыҙҙың китабы донъя күрҙе

Рәсәй географы, энциклопедист, журналист, журналистар союзы ағзаһы  Клара Ишбулды ҡыҙы Әғлиуллина:

— Раушан Хәзиәхмәтовтың ижадына килгәндә шуны әйтер инем: уның шиғырҙары күңеленән сыға, төплө мәғәнәле, ҡулланған һүҙлеге бай, туғанлыҡ хисе, әсәһенә булған һөйөүе тәрән.

Үҙәгемә үтеп инер,

Ауыр һүҙҙәр әйттеләр,

Әллә минең йөрәгемде

Таштан тейеп белделәр.

Был шиғыр юлдарының авторы Ҡыҫынды ауылында йәшәүәсе һәм ижад итеүсе һәүәҫкәр шағир, яҙыусы, сценарист Раушан Фәйзрахман улы Хәзиәхмәтов. Раушан Фәйзрахман улы районыбыҙҙа ғына түгел, ә тотош республикабыҙҙа киң билдәлелек яулап өлгөргән ҡәләм оҫтаһы. Уның шиғырҙары эстрада йырсылары араһында ҙур һорау менән ҡулланыла. “Юлдаш” радиоһында һәм телевидениеһында яҡташыбыҙҙың шығырҙарына яҙылған йырҙар йыш яңғырай, хатта күрше Татарстанда ла ул популяр. Наил Ғәниев, Нурия Абдуллина, Флүрә Шәрипова, Рәил Өмөтбаев, Риф Бикбаев һәм башҡа композиторҙар уның әҫәрҙәре менән ихлас эш итә. Бына ниндәй һәләтле шәхесебеҙ бар беҙҙең! Даны бар ергә таралһа ла Раушан Фәйзрахман улы тәбиғәте менән ябай, киң күңелле, бер ҙә күкрәк һуғып мин-минләнмәй. Һауаланыу, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу уға хас түгел. Ижадташтары ла, ауылдаштары ла уға үҙ итеп Раушан, тиеп кенә өндәшә.

Р.Хәзиәхмәтов 1970 йылдың 23 майында күп балалы ғаиләлә тыуа. Мәктәптә 8-се класты  тамамлағас, райондағы һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Хәрби хеҙмәткә алына. Артабан Карташовкала, бер аҙҙан үҙ ауылында магазинында һатыусы булып эшләй. Сәнғәткә булған һөйөүе, ҡыҙыҡһыныуы 1993 йылда Ҡыҫынды ауыл клубына алып килә. Ул мәҙәниәт усағының  художество етәксе итеп тәғәйенләнә һәм бөгөнгәсә, 30 йыл дауамында ошо һөнәренә тоғро ҡала. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының ял һәм театрлаштырылған тамашалар ойоштороусы-педагог һөнәренә уҡып сыға. Мәҙәни өлкәлә хеҙмәт итеү дәүерендә ул үҙен яуаплы, талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан, һәләтле хеҙмәткәр, оҫта ойоштороусы һәм етәксе итеп танытты. Уның башланғысы менән районыбыҙҙа “Һылыуҡай”, “Уйна, гармун!”, “Бәләкәй Мисс”, “Дуҫлыҡ бейеүе”, “Бауырһаҡ байрамы”, “Йәштәр йыйыны”, “Игеҙәктәр” конкурстарына нигеҙ һалынды. 2014 йылда Ҡыҫынды мәҙәниәт йорто Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының 100 мең һумлыҡ грантына иреште. “Кубок-2015” республика конкурсында йәнә 100 мең һумыҡ грантҡа лайыҡ булды. Ҡаҙаныштары, яуланған уңыштары бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Дипломдар менән билдәләнгән. Республика, төбәк-ара ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындарға өлгәште. Тыуған баҫмабыҙ “Инйәр”ҙең генә дүрт тапҡыр лауреаты булды. Әүҙем йәмәғәтсе лә — ауыл биләмәһендә, районда үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалғаны юҡ, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Тиҫтәләрсә йыл һайлау комиссияһы рәйесе. Р.Хәзиәхмәтовтың башҡарған эштәре, уңыштары һанап бөткөһөҙ. Шундай тынғыһыҙ, яуаплы һәм ҡатмарлы эшмәкәрлегенән тыш шиғырҙар, хикәйәттәр, сценарийҙар яҙырға ла ваҡыт таба ул. Бер һеңлеһе билдәләп китеүенсә, ул тәүлектең ниндәй генә ваҡытында ла, илһам килгән саҡта шиғри юлдарҙы тиҙ генә ҡағыҙ битенә сыймаҡлай һала.

Һәүәҫкәр шағирҙың шул рәүешле бик күп ижад өлгөләре йыйыла. Улар иң башта үҙебеҙҙең  “Инйәр” гәзитендә донъя күреп, үҙ уҡыусыларын таба. Бәләкәй генә шишмә юлдар ярып ҙур, көслө йылғаларға ҡушылып киткәндәй, Раушандың да шиғри шәлкемдәре район баҫмаһынан һуң, республика кимәленә сыға. Бөгөн дә ир-уҙаман “Инйәр” гәзите менән тығыҙ бәйләнештә, шиғырҙарын яҡташтарыбыҙ көтөп ала. Ул  “Тулҡын” ижади берекмәһенең талмаҫ ҡанатлы ағзаһы, яңы маҡсаттар табып, шуларҙы ысынбарлыҡҡа ашырыу сараларының уртаһында ҡайнаусы. “Һүҙ көсө” тип аталған тәүге йыйынтығында авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре тупланған. Бөгөнгө йәшәйеш күҙлегенән сығып ижад ителгән шиғырҙарында, сценарийҙарында заман кешеһенең бәҫе, яҙмышы,  дәрәжәһе, кисерештәре, йәшәү ҡиммәттәре, тормош асылы, туғанлыҡ, әсә, кесе ватан темалары алға ҡуйылған.  Шиғырҙары тормошсан, төплө фекерле, ихлас хистәргә бай булғанға  бер тында уҡыла. “Һүҙ көсө”нөң мөхәррире — райондашыбыҙ Клара Ишбулды ҡыҙы Әғлиуллина (Төгөлбаева). Китаптың тиражы — 150 дана. Ул өс бүлектән тора. Беренснһендә — шиғырҙар, икенсеһендә — шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар һәм өсөнсө бүлектә сценарийҙар урын алған.

Бер китап... Уға күпме ваҡыт, көс, күҙ нурҙары, йөрәк йылыһы һалынған. Раушан Фәйзрахман улының “Һүҙ көсө” йыйынтығының донъя күреү шатлығын уртаҡлашыу кисәһенә район хакимиәте башлығының урынбаҫары Гөлсәсәк Сәғитова, Район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр” һәм “Архангельский вестник” гәзиттәренең баш мөхәррире Гөлшат Закирова, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, район “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Зилә Фәйзуллина, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, “Хазина”, “Әхирәттәр” фольклор төркөмдәре, “Ҡыҙыл таң” гәзитенең хәбәрсеһе Эльвира Ямалетдинова, ауылдаштары, күрше ауылдағы дуҫтары, таныштары, хеҙмәттәштәре, барлыҡ туғандары, әҙәбиәт һөйөүселәр, ҡәләмдәштәре һәм ижадташтары йыйылды.

Сараны матур итеп Зифа һәм Гөлдәр Абдуллиналар алып барҙы. Улар башҡарған “Урам ҡапҡаһы” йыры ҡунаҡтарҙы талғын ғына бала саҡҡа, тыуған яҡтарға алып ҡайтты. Һеңлеләре Айһылыу Мөхәмәтова, Дилбәр Яҡупова “Хыялдағы сәйәхәт”, “Йәшлек хәтирәләрем” тип аталған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. “Юлдаш йыры — 22” лауреаты, Салауат филормонияһының  йырсыһы Зөлфиә Бирҙеғолова Р.Хәзиәхмәтов һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарып, тамашасыларҙың күңелен арбаны. Уның моңло, халыҡсан тауышын йыр һөйөүселәр “Юлдаш йыры” аша ишетеп белә. Район мәҙәниәт йортоноң “Хазиналар” фольклор төркөмө китап туйын ҡотлап бүләктәрен тапшырҙы, изге теләктәрен еткерҙе. Улар башҡарыуындағы бейеү береһен дә битараф ҡалдырманы, ҡунаҡтар хазиналарға ҡушылып, дәррәү бейеүгә төштө. Ҡыҫынды ағинәйҙәре һәүәҫкәр ҡәләм оҫтаһының ауыл тормошонда алыштырғыһыҙ әһәмиәтле шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Раушан Хәзиәхмәтовтың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡлы булыуына ишара яһаны.  Ауылдаштарын ҡотлап “Туғандарым бар” йырын тәҡдим итте.

Район хакимиәте башлығының урынбаҫары Г.Н.Сәғитова шағирҙы ихлас тәбрикләп, тағы оҙаҡ йылдарға етерлек һаулыҡ, илһамлы ижад, уңыштар теләне. Ағинәйҙәрҙең һорауын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәген белдерҙе.  Р.Хәзиәхмәтовтың ижадының халыҡҡа хеҙмәт итеүен, шиғырҙарының, йырҙарының тәрән мәғәнәле, эскерһеҙ, күңелгә үтеп кереүсән булыуын билдәләне. Шуға әлеге көндә уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар халыҡ араһында иң популяр йырҙарға әйләнеүенә баҫым яһаны. Район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев әҙип менән күптән таныш булыуын, бөгөн мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Һылыуҡай” конкурсының ҡасандыр Ҡыҫындыла башланып китеүен, ҡыҫындыларҙың республика, район бәйгеләрендә нисек әүҙем ҡатнашып, үрҙә әйтелгән уңыштарға өлгәшеүҙәрен  хәтергә төшөрҙө. Уңыштар, ижад шишмәһенең һайыҡмауын, сәләмәтлек теләне. Киләсәктә изге ниәттәрҙе  тормошҡа ашырыуҙа булышырға вәғәҙә бирҙе. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Вәлимә Өмөтбаева, Сәриә Мағазова, Венер Монасипов та Раушандың тынғыһыҙ эше менән тыуған ауылы, район тормошона йән өрөп тороуын,  ижады, эшмәкәрлеге аша йөрәктәргә дәрт өләшеүсе, күңелдәрҙә матурлыҡ, изгелек тойғолары тәрбиәләүсе мәҙәниәт һаҡсыһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, матур теләктәрен юлланы.

“Инйәр” гәзитененң  мөхәррире Г.Г.Закирова бынан ике тиҫтә йыл элек Р.Ф.Хәзиәхмәтов менән нисек итеп танышып, хеҙмәттәшлек итә башлауҙары, бөгөн дә ошо дуҫлыҡтың тик нығына барыуы, гәзит менән берлектә башҡарылған ҙур күләмле эштәр, өлгәшелгән уңыштар хаҡында бәйән итте. Гөлшат Зөфәр ҡыҙы ҡәләм оҫтаһына “Инйәр” гәзитенең махсус Дипломын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район ветерандары советы рәйесе М.ӘЛоҡманова, район “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе З.Ш.Фәйзуллина ла һәләтле яҡташыбыҙҙы китап туйы менән тәбрикләне. Был йыйынтыҡтың һуңғыһы булмауын, ә тағы ла яңынан-яңы китаптарының донъя күреп, уҡыусыларын шатландырыуын тороуын теләне. “СтройКомфорт” ойошмаһының етәксеһе Т.Ә.Рәхмәтуллин да ауылдашының ҙур шатлығын уртаҡлашты. Тыуған еренең булдыҡлы, йүнсел, тырыш, һәләтле ул һәм ҡыҙҙарына бай булыуын менән ғорурланды. Ҡырмыҫҡалы районынан ижадташ дуҫы Таһир Вильданов, “Ҡыҙыл таң” гәзитенең хәбәрсеһе Эльвира Ямалетдинова Раушан Хәзиәхмәтов менән эшмәкәрлек итә башлауҙарына,  уның ижадына байҡау яһаны. Шиғырҙарына  оло хөрмәт менән ҡарауҙары,  интернет киңлектәрендәге социаль селтәрҙәрҙә уҡып барыуҙары тураһында телмәр тотто. Зәйет ауылының йөҙөк ҡашы “Әхирәттәр” фольклор ансамбленың гүзәл заттары китап авторы менән берлектә байтаҡ саралар ойоштороуҙары, уның һәр саҡ яңы идеялары,  кәңәштәре, тәжрибәһе менән ярҙам итеп тороуы тураһында урынлы һүҙҙәр әйтте. Артабан һүҙ таныштарына һәм яҡын туғандарына бирелде. Улар ҙа хөрмәтле кешеләренең ижади емешенә симкһеҙ ҡыуанды. Ғәзиздәренә тик изге теләктәрен еткерҙе һәм уның менән ғорурланыуҙарын белдерҙе.

“Һүҙ көсө” — туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәрен барлап, бәйләп, алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән дуҫ-таныштарҙың, туғандарҙың, ауылдаштарҙың берҙәмлеген, дуҫлығын сағылдырҙы. Улар Раушандың ижадын хөрмәт итеп, оло шатлығын уртаҡлашырға ашыҡты. Хәзиәхмәтвтарҙың, Ҡыҫынды ағинәйҙәренең, ауылдаштарының ойошҡанлығы менән ижад кисәһе мәртәбәле үтте.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: