Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 16:29

Хәҙер уҡый беләбеҙ!

Абҙан мәктәбендә ҙур сара — “Әлифба” байрамы үтте.

Хәҙер уҡый беләбеҙ!
Хәҙер уҡый беләбеҙ!

Абҙан мәктәбендә ҙур сара — “Әлифба” байрамы үтте. 1-се класс уҡыусылары байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Әле генә хәрефтәрҙе саҡ таныған ҡыйыуһыҙ ғына  балалар етдиләнгән, хәҙер улар әкиәт, хикәйәләрҙе лә, мәсьәләләрҙең бирелешен дә үҙҙәре уҡыйҙар бит!

 Кескәйҙәрҙе “Әлифба”ны уңышлы тамамлауҙары менән ҡотларға ата-әсәләре, уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылды. Беренселәр тәүге уңыштары менән уртаҡлашты, алған белемдәрен күрһәтте, шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы, сәхнәләштерелгән әкиәт тәҡдим итте. Улар әсәйҙәрҙе яҡынлашып килгән 8 Март байрамы менән дә ҡотланы.

Наза Йосопова,

Абҙан мәктәбе уҡытыусыһы. 

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: