Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 16:09

Бында яңы мөмкинлектәр асыла

Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған һөйкөмлөлөк, алсаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, итәғәтлелек, ихлас күңеллелек кеүек сифаттарҙы булмыштарына һыйҙырған гүзәл заттарыбыҙ тормошобоҙҙоң йәме, мәғәнәһе, киләсәге. 

Бында яңы мөмкинлектәр асыла
Бында яңы мөмкинлектәр асыла

Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған һөйкөмлөлөк, алсаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, итәғәтлелек, ихлас күңеллелек кеүек сифаттарҙы булмыштарына һыйҙырған гүзәл заттарыбыҙ тормошобоҙҙоң йәме, мәғәнәһе, киләсәге.  Улар үҙҙәренең матур холоҡ-фиғеле менән бар кешенең хөрмәтен, ихтирамын яулай.

Тәүәкәс ауылында тыуып-үҫкән, бөгөн Архангелдә йәшәгән Зөлфиә Хәлит ҡыҙы Иҫәнбаева (Ғәлина) Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында йәштәргә һөнәри белем һәм тәрбиә биреү йүнәлешендә намыҫлы тир түгә.

Заман башҡа — заң башҡа. Бөгөн мәғариф өлкәһендә эшмәкәрлек итеү еңелдән түгел: донъялар үҙгәрҙе, уның менән йәшәү ҡиммәттәренә ҡараш тә, шәхес тә. Тиҫтә йылдар дауамындағы сәйәси үҙгәрештәр, рухи торғонлоҡ  йоғонтоһо аҫтында уҡытыусы һөнәре ҡыҫым аҫтында ҡалды.  Шуға күрә белем усаҡтарында хеҙмәт итеү  күп көс, оҫталыҡ талап итә, ә йәштәргә белем һәм тәрбиә биреү — икеләтә.

— Зөлфиә Хәлит ҡыҙы, мәктәп һәр кемдең күңелендә  һиҙелерлек эҙ ҡалдыра. Һеҙ нимә әйтерһегеҙ?

— Йәшем етмәһә лә, йыш ҡына инәйемә эйәреп мәктәпкә барғанымды хәтерләйем. Миңә ундағы тормош шундай сихри, мөғжизәле кеүек тойолдо.  Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү, хәрефтәр яҙыу, шиғырҙар ятлау оҡшай ине. Уҡыу, ниндәйҙер яңы нәмәләргә өйрәнеү ҙә еңел бирелде. Шуға күрә, белем алған осор иң сағыу, күңелле мәлдәремдең береһе.

Тәүге уҡытыусым Рәйсә Абдулхаҡ ҡыҙы  Камалетдинова булды. 7-се кластан 9-сыға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемендәге мәктәп-интернатында һабаҡ алдым. Артабан 1-се Архангел мәктәбенә ҡайттым. Класс етәксем Татьяна Зиновьевна Рыжикованың сабырлығына, киң даирәлегенә һоҡлана торғайным. Ҡайҙа ғына уҡыһам да иң яҡшы, тәжрибәле педагогтар тура килеп торҙо. Улар тормошто ла танып-белергә  өйрәтте, шуға бәхетлемен. Мәктәп йылдары тик яҡты, йылы тәьҫораттар, хәтирәләр генә ҡалдырҙы.

— Һөнәр һайлау...

— Инәйем Нурзидә Ғүмәр ҡыҙы үҙемде белгәндән бирле Тәүәкәс мәктәбендә уҡыта. Уҡытыусы һөнәрен һайлауҙа уның да йоғонтоһо  булғандыр. Бәләкәй туғандарыма ҡәләм, ҡағыҙ бите бирәм дә теҙеп ултыртып мәктәп уйната торғайным.

Уҡытыусы буласағыма, һис шикһеҙ, ышандым. Башҡа һөнәр тураһында уйлап та ҡараманым.  11-се класты тамамлағас, Өфөнөң М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына индем. Студент йылдарында күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар, танышыуҙар, төрлө форумдарҙа, проекттарҙа ҡатнашыу, экспедицияға сығыу ыңғай һөҙөмтә бирҙе.  Уҡытыусы, бигерәк тә, башҡорт теле уҡытыусыһының мөһим, әһәмиәтле һөнәр булыуына инандым.

— Хеҙмәт юлығыҙ...

— Тәүге эш тәжрибәһен Өфө ҡалыһының 35-се мәктәбендә, ә икенсеһен, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында үттем. Был минең өсөн бик мөһим ине, сөнки ҡала мәктәбендә эшләргә иҫәп тотҡайным. Әммә, тормошта бөтәһе лә һин уйлағанса килеп сыҡмай шул. Хеҙмәт юлымды Архангел районы хакимиәтендә эштәрҙе алып барыусы вазифаһында башланым. 2019 йылда Дим биҫтәһенең 103-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Шул йылда Өфөлә  “Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019”  ҡала конкурсында ҡатнашып,  “Педагогик өмөт” номинацияһында еңдем. 2019 йылдың көҙөндә районыбыҙҙағы Ауырғазы күп профилле колледжына башҡорт теле һәм әҙәбәиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайттым. Бөгөн уҡытыу эштәре буйынса колледж мөдиренең  урынбаҫарымын.

— Ауырғазы күп профилле колледжының тормошо...

— Беҙҙең колледжда алған бөтә һөнәрҙәр ҙә һәр ерҙә ҙур һорау менән файҙаланыла, улар  кәрәкле һәм мөһим. “Дөйөм төҙөлөш эше мастеры”, “Ашнаҡсы, кондитер”, “Ауыл хужалығы тракторсы-машинисы” һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса дипломдар бирәбеҙ. Быйыл өҫтәп яңы һөнәрҙәргә лицензия аласаҡбыҙ.  Шуны ла әйтергә кәрәк, уҡыусы студенттарға дөйөм ятаҡтан йәшәү өсөн урын бирелә, стипендия түләнә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән балалар бушлай туҡлана.

Уҡытыусылар, мастерҙарҙың 98 проценты юғары белемле. Белемдәрен камиллаштырып, курстар үтеп торалар. Быйыл апрелдә дүрт педагог 1-се һәм юғары категорияларын раҫлаясаҡ. Колледждар араһында уҡытыусыларҙың үҙ-ара  тәжрибә уртаҡлашыуы оҫта ойошторолған. 

Белем усағының эсендә төрлө саралар үткәрелеп тора. Олимпиадаларҙа,  ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Ғөмүмән, уҡыу алдынғыларын, олимпиада, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыусыларҙы, спортсыларыбыҙҙы, ижади эшмәкәрлек һәм практика һөҙөмтәләре буйынса өлгөлөләрҙе һәр яҡлап күтәрәбеҙ. Республикабыҙҙың ҡалаларына, тарихи урындарына сәйәхәттәр, экскурсиялар ҡылабыҙ. Пушкин картаһы буйынса мәҙәни сараларға йөрөйбөҙ. Артистар, ижади төркөмдәр үҙҙәре лә беҙгә йыш килә. Был йәһәттән әүҙем тормош алып барабыҙ.

Йәштәрҙең һәләттәрен, шәхси һыҙаттарын үҫтереү кеүек бурыстарҙы алға ҡуябыҙ. Студенттар түңәрәктәргә, спорт секцияларына, өҫтәмә белем алыуға  йәлеп ителгән.   Ирекмәндәр  хәрәкәте бик әүҙем үҫешә, ул уҡыусыларға үҙ ихтыярың менән йәмәғәтселеккә кәрәкле эштәргә әҙер булыу, үҙҙәрен асыу, һаулыҡтарын һаҡлау өсөн мәғлүмәтле булыу кеүек тәрбиә бирә. Улар наркомания, тәмәке тартыу, эскелек һәм башҡа кире күренештәрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнә.

Беҙҙә уҡытыу системаһы йәш белгесте тулыһынса эшкә әҙерләү, заман талаптарына ярашлы һөнәрмән итеп өлгөртөү маҡсатында ҡоролған. Теоретик белем биреү менән бергә, практик йүнәлешкә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ҡыҫҡаһы, киләсәккә яҡты хыялдар менән янып йәшәйбеҙ, һәр көндө файҙалы үткәрергә ынтылабыҙ, яңы мөмкинлектәр асабыҙ.

— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән!

Дилара Янбаева әңгәмәләште.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: