Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 16:37

Байрам күңелдәргә дәрт өҫтәне

Убалар ауылында “Йәгеҙ, әле ҡатын-ҡыҙҙар!” тип аталған сағыу сара ойошторолдо.

Байрам күңелдәргә дәрт өҫтәне
Байрам күңелдәргә дәрт өҫтәне

Убалар ауылында “Йәгеҙ, әле ҡатын-ҡыҙҙар!” тип аталған сағыу сара ойошторолдо. Ул 8 март байрамы уңайынан үткәрелде. Ауыл клубының тамаша залы халыҡ менән тулы булды. Бәйгелә “Гөлнәзирә” һәм “Ауыл ҡыҙҙары” командалары ҡатнашты.

Былай ҙа матур ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кисә лә тағы ла гүзәллерәк, һөйкөмлөрәк күренде. Абруйлы жюри ағзалары ханымдарҙың сығышын ғәҙел баһаланы. Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Уйын төрлө мауыҡтырғыс конкурстарҙан торҙо. Командалар ярыш дауамында белемдәрен, етеҙлектәрен, ижади һәләттәрен, оҫталыҡтарын күрһәтте. Көйөрмәндәр уларҙы дәртләндерҙе. Бәйге лә бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, ике команда ла бер тигеҙ мәрәй йыйҙы. Иң һуңында гүзәл заттарыбыҙға ҡотлау һүҙҙәре менән бүләктәр тапшырылды, сәй табыны ҡородо. Байрам күңелдәргә дәртөҫтәне.

Зөбәйҙә Йәнешева,

Убалар ауылы клубының художество етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: