Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 15:00

“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!”

Ай аҙағында баш ҡалабыҙҙың Конгресс холында балалар һәм үҫмерҙәр араһында йәнтөйәккә ярҙам итеү идеяһын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-конкурсының финалы булды.

“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!”

Ай аҙағында баш ҡалабыҙҙың Конгресс холында балалар һәм үҫмерҙәр араһында йәнтөйәккә ярҙам итеү идеяһын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-конкурсының финалы булды. Унда төп исемлеккә ингән йәш авторҙар саҡырылды. Фестиваль рәүешендә уҙғарылған йомғаҡлау сараһында оҫталыҡ дәрестәре, герой-меценаттар менән осрашыуҙар, бүләкләү тантанаһы үткәрелде. “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-проекты балалар өсөн башҡорт ерендә тыуған тарихи  шәхестәр тураһында анимациялы документаль цикл һәм билдәле меценаттар хаҡында видеофильмдар  төшөрөүҙе күҙ уңында тота.

Был матур конкурста беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла  ҡатнашты. Бына улар, йәш хәбәрселәребеҙ: Баһауетдинова Айлина,  Юлыбаева Арина, Ҡотләхмәтова Гүзәлиә, Шаһиев Арслан, Нәжмитдинов Артур  һәм етәкселәре Гөлнара Фәрит ҡыҙы Фәйрузова.  Медиа–конкурс башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә, “Атайсал” проекты меценаттары менән таныштырыуға, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа һәләтен асыҡлауға, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Конкурс сентябрь айында башланғайны. Беҙ  эшебеҙҙе команда менән атҡарырға булдыҡ. Балалар тыуған яғына ҡайтып, изге эш башҡарған билдәле шәхестәр тураһында контент әҙерләне.

 Медиа-конкурстың номинациялары: интервью, видеосюжет, социаль ролик, фоторепортаж. Беҙҙең социаль ролик ауылдашыбыҙ, радио һәм телевидениеның легендар дикторы Нәйлә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинова тураһында булды. Нәйлә Ғизетдин ҡыҙы беҙҙең мәктәптә махсус премия булдырҙы,  премия уҡыу йылы аҙағында иң яҡшы, иң әүҙем уҡыусыларға ғына тапшырыла. Һәм быйылғы  уҡыу йылында ул икенсе тапҡыр биреләсәк. Был инде уҡыусыларға ҙур ынтылыш:  улар тырышып уҡыйҙар, сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.

Ағымдағы йыл Башкортотсанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы. Белем усағыбыҙҙа ошо йылға арналған бик күп саралар планлаштырылды. Медиа-конкурс уның бер өлөшө генә. Ысынлап та, йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр эшләгән ауылдаштарыбыҙ ифрат күп. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.  Ә йәш хәбәрселәребеҙгә артабан уңыштар теләйек.

Гөлнара Файрүзова.

Тирәкле мәктәбе.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: