Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 14:20

Шиғырҙары күңелдәрҙе тирбәтә

Регина Ғарифулла ҡыҙы Искәндәрова “Инйәр” менән тәүге көндән үк таныш.

Шиғырҙары күңелдәрҙе тирбәтә
Шиғырҙары күңелдәрҙе тирбәтә

Регина Ғарифулла ҡыҙы Искәндәрова “Инйәр” менән тәүге көндән үк таныш. Үҙ ғүмерен, бар булмышын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған хеҙмәт ветераны ваҡытында йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып, Абҙан һәм Ырныҡшы ауылдарының йәшәйешенә тос өлөш индерҙе.

Бөгөн хаҡлы ялда булған Регина апай тормош иптәше Хисамитдин Зәйнитдин улы менән йәштәргә биргеһеҙ гөрләтеп донъя көтәләр. Улар балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ышаныслы терәк-таяныс, ауылдаштарына үрнәк булған ғаилә.

Р.Искәндәрованың  исеме, ижад емештәре гәзит уҡыусы яҡташтарыбыҙға яҡын таныш, шиғырҙары гәзитебеҙҙең “Тулҡын” битендә даими баҫылып тора.  Шағирәнең йәшәү мәғәнәһе, һөйөү, ғаилә ҡиммәттәре, кешелек, тирә-яҡ мөхит тураһындағы  тормошсан шиғырҙары бер тында уҡыла, уйланырға мәжбүр итә.

Регина Ғарифулла ҡыҙын “Инйәр” лауреаты исеменә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә ижади уңыштар, бөтмәҫ илһам теләйбеҙ.

Д.Фәтихова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: