Инйәр
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 14:35

85 йәш — Хоҙай биргән бүләк

Районыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, юғары квалификациялы математика белгесе, уҡытыусы-методист, РФ-тың мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, өлгөлө ғаилә башлығы Хисамитдин Зәйнитдин улы Искәндәров мөбәрәк ғүмер байрамын — 85 йәшлек юбилейын билдәләне.

85 йәш — Хоҙай биргән бүләк
85 йәш — Хоҙай биргән бүләк

Районыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, юғары квалификациялы математика белгесе, уҡытыусы-методист, РФ-тың мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, өлгөлө ғаилә башлығы Хисамитдин Зәйнитдин улы Искәндәров мөбәрәк ғүмер байрамын — 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Бөгөнгө юбилярға иң оло бүләк —  яҡташтарының, яҡындарының  һөйөүе, ихтирамы, намыҫлы хеҙмәтенең лайыҡлы һөҙөмтәләре.

Ил ағаһы  1938 йылда Ҡыҙылъяр ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китеп, яу яланында һәләк була. Оло ағаһы Исламитдин да 17 йәшендә генә фронтҡа алына.  Бер йылдан уның вафаты тураһында хәбәр килә. Сабый ғына булыуына ҡарамаҫтан, инәһенең ҡара ҡайғыларҙы нисек үткәреүен асыҡ хәтерләй Хисамитдин Зәйнитдин улы. Ғәзиздәре яңғыҙы биш баланы хәленән килгәнсә аслыҡ, яланғаслыҡтан араларға тырыша. Көнө-төнө колхозда бил бөгә. Эш хаҡы ла шул тамаҡлыҡ ҡына инде — нисек тә икмәк киҫәге, йә берәй ус он, йә булмаһа башҡа ризыҡ алып ҡайтып, балаларының үҙәктәрен ялғарға.

Хисамитдин ағайҙың  тормошо йәштәштәренән бер яғы менән дә айырылмай. Һуғыш михнәттәрен барыһы ла бер тигеҙ татыйҙар.  Еңеү яулау менән генә лә тормош еңеләймәй,  аслыҡ,  етешһеҙлек һаман оҙата килә. Бала-саға яҙ көнө, ҡар ирегәс, баҫыуҙағы өшөгән бәрәңгене сүпләй. Ҡабығын әрсегәс,  ап-аҡ булып ҡала. Уны төйөп, күмәс бешереп ашайҙар. Йәйҙәрен йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡуян тубығы, кесерткән йыялар. Алабута орлоғон ҡул тирмәнендә тарттыралар. Шөкөр, Искәндәровтар инәләренең йүнселлеге менән кәм-хур булмай, сыҙамлы һәм хеҙмәт һөйөп үҫәләр.

Зирәк, тырыш Хисамитдин ағай аслыҡҡа интегеп, кейем-һалымға ҡытлыҡ кисерһә лә мәктәпте ташламай. Башланғыс белемде Ҡыҙылъярҙа алғандан һуң, 5-се класҡа өс йыл үткәс кенә бара, сөнки өҫтөнә булмай. Шулай итеп, 10-сыны 19 йәшендә тамамлай. Егет армия сафына саҡыртыла, унда өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, нефть институтына уҡырға инә. Дәртләнеп уҡый башлай. Белемгә сарсағанға уға уҡыу еңел бирелә. Әммә, сирләп торған инәһен йәлләп, ауылға ҡайтырға мәжбүр була.

Мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙен һәләтле, төплө белемле уҡыусы итеп күрһәткән, юғары уҡыу йортонда белем алып өлгөргән, артабан уны дауам итеп, уҡытыусы һөнәренә эйә булыуҙы маҡсат итеп ҡуйған егетте Абҙан мәктәбенә математика һәм физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Йәш уҡытыусы мәктәп етәкселегенең, хеҙмәттәштәренең һәм ата-әсәләрҙең ышанысын аҡлай. Яңы эш башлауына  ҡарамаҫтан, уның дәрестәре ойошҡан үтә һәм һәр ваҡыт ҡуйған маҡсаттарына ирешә. Кешелекле һәм кеселекле мөғәллим ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оло абруйға өлгәшә.

Бер аҙҙан Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына юллана. Ҡабул итеү һынауҙарын уңышлы үтеп, яңынан студент тормошонда ҡайнай башлай. Күптәргә бик ауыр тойолған “юғары математика” фәнен ул бик ярата: төрлө ҡыҙыҡлы мәсьәләләр сисеү, геометрик фигураларҙы өйрәнеү, арифметик миҫалдар эшләү, физиканан төрлө тәжрибә үткәреү уның иң яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Уҡыу йорто тормошонда ла әүҙемлек күрһәтә. Спорт менән мауығыуы, матур йырлауы, оҫта итеп музыка ҡоралдарында уйнауы уның баһаһын тағы ла күтәрә. Бер сараны ла ҡалдырмай: факультет өсөн спорт ярыштарында ҡатнашһынмы, йә иһә уҡыу йортоноң данын яҡлап смотрҙарҙа, концерттарҙа сығыш яһаһынмы — барыһына ла өлгөрә. Хатта ситтән тороп уҡыусы студенттарға контроль эштәр эшләп, аҡса ла таба. Институттың партбюро, студенттарға стипендиялар һәм дөйөм ятаҡтан урын биреү комиссиялары ағзаһы булараҡ, күптәргә ярҙам итә. Ошо уҡыу йылдарында буласаҡ тормош иптәше — Регина Ғарифулла ҡыҙын осрата. Бөгөн уларҙың бергә ғүмер кисереүҙәренә — 57 йыл.

Ҡулдарына диплом алған Искәндәровтар  Абҙан мәктәбенә ҡайта. Хисамитдин Зәйнитдин улы ябай уҡытыусы ла, мәктәп директоры ла, өс саҡырылыш Абҙан ауыл советы рәйесе лә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир вазифаһын да намыҫлы башҡара. Барлыҡ йәмәғәт эштәрен оло яуаплылыҡ менән үтәй. КПСС ағзаһы булараҡ, ауыл комсомолдарын, коммунистарҙы уҡытыу буйынса пропагандасы булып эшләй.  Тынғыһыҙ һәм намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан өлкә комитетының һәм ВЛКСМ-дың район, өлкә һәм Үҙәк комитеттарының Маҡтау Грамоталары, ВЛКСМ Үҙәк комитетының Ҡыҙыл Байраҡ билдәһе менән бүләкләнә.

Дүрт тиҫтә йыл мәктәптә уҡытыу дәүерендә меңәрләгән балаға төплө белем һәм тәрбиә биреп, уларҙың яҡты хыялдарына ҡанат ҡуйған оло тәжрибәле уҡытыусының  дәрестәрен кисәге уҡыусылары оло ихтирам һәм йылы тәьҫораттар менән генә иҫкә ала. “Берәйһе ғәйепләнһә, йә ниндәйҙер етешһеҙлектәре булһа бер ҡасан да кеше күңелен ҡайтарырлыҡ һүҙҙәр әйтмәй, киҫкен һығымталар яһамай,  үҙ фекерен туплап, бер бизмәнгә һалып үлсәп, ипләп кенә  өндәшеп, уйланырға, дөрөҫ һығымта яһарға этәргән ысын тәрбиәсе булды”, — тип хәтерләйҙәр уны. Шундай аҡыллы, бай зиһенле, киң күңелле, ғәҙел, өҙлөкһөҙ белемгә һәм камиллыҡҡа ынтылған, башҡаларҙы ла үҙенең артынан эйәрткән остаздарында белем алған быуын вәкилдәре ысын мәғәнәһендә бәхетле. Сөнки Х.Искәндәров уҡыусыларын формулалар сисергә һәм иҫәпләүҙәргә генә түгел, ә дөрөҫ фекерләргә, аралашырға, үҙ ҡарашыңды ыҡсым итеп иҫбатларға, тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫҡа, йәшәү мәғәнәһенең асылына, ғөмүмән кеше булып ҡалырға  өйрәтте. Бөгөн ил ағаһы тәрбиәләнеүселәренең ҡаҙаныштарына, эш ҡәҙерен белеүҙәренә, донъяла үҙ урындарын табыуҙарына, белемдең кешелек өсөн ниндәй ҡиммәтле булыуын аңлауҙарына ихлас күңелдән һөйөнә.

Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, аҡһаҡал йәштән сәнғәткә, әҙәбиәткә, тәбиғәткә ғашиҡ. Урман-ҡырҙарға сығып, уның иң матур күренештәренә һоҡланып, шул гүзәллекте йыр-моңға һалып күңелдәрҙе елкендереп, һәр саҡ хәрәкәттә, эҙләнеү юлында  булғанғалыр ул һаман да йәштәргә биргеһеҙ дәртле, нурлы.  Ҡасандыр Фәтих Ихсанов ойошторған “Тальян гармун” байрамында, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йыр бәйгеһендә дипломант исемен яулауының, яҡташтарын байрамдарҙа моңло йырҙары менән ҡыуандырыуының сығанағы ла шуларҙыр. Ә рус һәм башҡорт яҙыусыларының әҙәби әҫәрҙәрен “һыу кеүек эсеүе”, шул уҡ ваҡытта йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең ижады менән ҡыҙыҡһыныуы, донъя хәбәрҙәре, ил-йорт яңылыҡтары менән хәбарҙар булыуы күптәргә яҡшы үрнәк.

Хисамитдин ағай тураһында һөйләгәндә уның һоҡланғыс кеше булыуына тағы бер тапҡыр баҫым яһағы килә. Ундай кешеләр арабыҙҙа йөҙгә берәү генә осрай.  Баҫалҡы, тыйнаҡ, әҙәпле, йүнсел ағай тыуған еренә береккән кеше булараҡ, йәштән үк үҙ ерендә йәшәүҙе, эшләүҙе хуп күрә. Ғаиләһендә ул һөйөклө ир, яратҡан атай, олатай. Хәләл ефете Регина Ғарифулла ҡыҙы менән Ырныҡшыла күркәм йорт һалып ингәндәр. Оло йәшкә етеүҙәренә ҡарамаҫтан, йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмайҙар, матур, етеш донъя көтәләр, һәр кемгә алсаҡ, асыҡ йөҙлөләр. Биш ҡыҙ балаға ғүмер биреп, инсафлы, итәғәтле итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙарының барыһы ла юғары белемле һәм улар ата-әсәләре кеүек уҡытыусылар: Инзирә — иҡтисад һәм технология буйынса, Ләлә һәм Диана — математика һәм информатика, Зифа менән Лилиана — филологтар.  Һәр береһе тырышып үҙ донъяларын көтә. Регина апай менән Хисамитдин ағайға 13 ейән-ейәнсәр, өс бүлә, бер бүләсәр бүләк иткәндәр.

— Икенсе ҡыҙымды тапҡандан һуң бик ҡаты сирләп киттем. Тороп ултырырға, ҡалаҡ тотоп ашарға ла хәлем юҡ, аяҡ-ҡулдарым йөрөмәҫ булды. Бер миҙгел эсендә барлыҡ яҡты хыялдарым, өмөттәрем сәлпәрәмә килде. Ә балаларҙы ҡарарға кәрәк... Инзирәм ике йәш ярымлыҡ, ә Ләләм ярты йәшлек кенә. Илаған бәпесемде сәңгелдәктән ала алмайым. Йүргәгенән тешләп тартып, имеҙергә һалған саҡтарымды хәтерләһәм — күҙҙәремдән йәштәр эркелә. Ярты йыл түшәктә яттым.

Хисамитдин мәктәп директоры ине. Етәксе кешенең мәшәҡәттәре былай ҙа етәрлек, өҫтәүенә дәрестәр ҙә бирә. Буш ваҡытында йүгереп ҡайта һала ла беҙҙе ҡарап, тәрбиәләп, ҡабаттан белем усағына ашыға. Шул ваҡыттарҙа уның ниндәй ыҙа күргәнен, сабыр булыуын Хоҙай үҙе генә белә. Мин уның кеселекле, тәүфиҡлы икәнлегенә шул мәлдә ныҡ инандым. Ошоларҙан ғибрәт алырға, яҡты донъяларҙа йәшәгәнебеҙгә, үҙ аяҡтарыбыҙ менән урамға сыға алыуыбыҙға һөйөнөп ғүмер итергә кәрәк.

Тормош иптәшем менән бер үк хеҙмәт, тормош баҫҡыстарын үтеп, бер үк дәрәжәләргә ирештек. Бында ла уның изгелеге, тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙе күп нимә берләштерә: икебеҙ ҙә физик-математик, йәмәғәтсе, етәкселек вазифаларын да  үҙ иңдәребеҙҙә күтәрҙек, шөғөлдәребеҙ ҙә уртаҡ. Элеккеләрҙе хәҙерге менән сағыштырып, яҡшылыҡты күреп шатланабыҙ.

 Бөгөн Хисамитдин Зәйнитдин улына — 85 йәш. Ҡәҙерлебеҙҙең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиң.  Ғүмер  — ул Хоҙай Тәғәлә тарафынан кешегә бирелгән ҙур һынау. Был һынауҙы тыуған ил, тыуған төйәге алдындағы бурысы һәм яуаплылыҡты тормош мәғәнәһе итеп ҡуйыуы менән дә һоҡланғыс кеше. Күркәм тормош юлы үткән ауылдың оло, хөрмәтле шәхестәренең береһе ул минең ныҡлы терәгем, ҡәҙерле олатай, атай, ҡайны Хисамитдин Зәйнитдин улы Искәндәров. Беҙ, уның яҡын кешеләре, уға сикһеҙ һөйөүебеҙҙе белдереп, рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, — тип ғәзиз кешеһе тураһында һөйләп үтте Регина Ғарифулла ҡыҙы.

Эйе, бөгөнгө көндә үҙенең 85 йәшен тултырыусы Хисамитдин Зәйнитдин улы үҙен бик бәхетле һанай. Уның янында һөйөклө ҡатыны,  хәҙер инде күптән үҙҙәре терәк булған балалары, туғандары бар. Беҙ ҙә уны юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: