Инйәр
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Ғинуар 2023, 15:53

“Булыр бала бишектән”

Алинаны Стәрлелә лә үҙ иттеләр.

“Булыр бала бишектән”
“Булыр бала бишектән”

Максим Горький ауылында донъя көткән Зәлифә Рифҡәт ҡыҙы менән Булат Лотфулла улы Ҡанафиндар ике ҡыҙ — Регина һәм Алинаны тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың балалары тәртипле, эшһөйәр, һөйкөмлө һәм сәмселдәр тиһәм, берәү ҙә юҡ, тип әйтмәҫ. Мәктәптә лә ҡыҙҙар яҡшы уҡыны. Төрлө предметтарҙан олимпиадаларға йөрөп, белем усағының данын яҡлай торғайнылар. Апалы-һеңлеле  мәктәптең, ауыл биләмәһенең, райондың  баскетбол, волейбол командалары ағзалары. Уҡыуға ла, эшкә лә, спортҡа ла ваҡыт таба улар. Бөгөн Регина сауҙа өлкәһендә алыштырғыһыҙ белгес булһа, Алина Стәрлетамаҡ медицина колледжының “Һауыҡтырыу эше” бүлегендә III курста белем ала, киләсәктә медицина университетына уҡырға инергә ниәтләй.

Ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта бик тә яуаплы  табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу бәләкәйҙән. Һиҙгер, нескә күңелле Алина уйнаған саҡта аяҡ-ҡулын ауырттырған йәки йәрәхәтләгән тиҫтерҙәрен, урамда әкрен генә атлап үтеп барыусы оло кешеләрҙе йәлләй, ярҙам итергә ашыға. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын аныҡ белгән үҫмер урта кластарҙа уҡ биология, химия фәндәрен төптән өйрәнә. Башҡа дәрестәрҙән дә уңыштары ата-әсәһен ҡыуандыра.

11-се класты тамамлағас,  яҡташыбыҙ бер ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ белем алыу менән бер рәттән колледж тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. 2021 йылдан — “Башҡортостан студенттары отряды” ойошмаһы ағзаһы.  Алина Булат ҡыҙы үҙенә  йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп башҡарыуы, яңынан-яңы идеялар уйлап табып, янып йәшәүе менән педагогтар һәм йәштәр араһында лайыҡлы ихтирам ҡаҙанған.  Әйткәндәй, баскетбол буйынса ярыштарҙы әле һаман бер ҡалдырмай. Ҡайта һалып, Арх-Латыш ауыл биләмәһе, район исеменән команда эсендә уйнай. Стәрлетамаҡта ла Алинаны үҙ иттеләр. Ҡыҙҙың яҡшы уйынсы булыуын белеп,  ярыштарға саҡыралар.  Уның бер ҡасан да буш ултырғаны юҡ: әле лекцияларға ашыға, әле практикаға, лаборатор дәрестәргә әҙерләнә, сессияһын тапшыра, эшкә лә өлгөрә, ә уларҙың араһында ярыштар, мәҙәни саралар, студент кисәләре...Ғөмүмән, һәр көнөнөң һәр сәғәте алдан планлаштырыла.

— Иҫләйем, апайым йәйге каникул мәлендә әхирәттәре менән яңғыҙаяҡ, тупар еләктәрен йыйып һатып, үҙенә аҡса таба торғайны. Өфөлә уҡыған сағында ла эшләне. Мин уға һоҡлана һәм: “Ҡайһылай ваҡыт таба икән”, — тип аптырай инем. Әле үҙем студент булғас, яҡшы аңлайым. Теләк һәм ваҡытыңды дөрөҫ бүлә белеү генә кәрәк, шул саҡта барыһына ла етешергә мөмкин, икенсенән атай-әсәйҙән аҡса һорау — беҙҙең өсөн ят.

Быға тиклем йәй айҙарында сауҙа нөктәләрендә эшләнем, былтыр Рәсәй тимер юлдары компанияһына ғариза яҙғайным, ҡуш ҡуллап алдылар. Студенттар өсөн бик ҡулай: хеҙмәт хаҡы ла яҡшы, етмәһә, Рәсәй ҡалаларын күрәһең, тарихи урындар менән танышаһың, бушлай сәйәхәт тиһәк тә була. Быйыл да шунда барасаҡмын.  Ҡышҡы сессиямды тик яҡшы билдәләренә генә  тапшырыуға өлгәштем. Семестр дауамында дәрестәрҙә яуап бирһәң, имтихандар барышында уҡытыусылар ҙа ыңғай ҡарай, әммә үҙең дә тырышырға тейешһең, —  ти Алина.

 “Булыр бала бишектән”, ти халыҡ мәҡәле. Алинаның киләсәктә маҡсаттары яҡты һәм изге. Уңыштар һәм ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.

 Дилара Янбаева.

А.Ҡанафина тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: