Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Ғинуар 2023, 16:07

“Балаң башҡортса беләме?”

Башҡорт балаһы башҡорт рухында...

“Балаң башҡортса беләме?”
“Балаң башҡортса беләме?”

Гәзитебеҙ  “Балаң башҡортса беләме?” тип аталған яңы рубрика аса.

 Туған телебеҙ мәсьәләһе электән көнүҙәктә. Башҡорт рухлы телһөйәр һәм илһөйәрҙәрҙең һәр көнө уның яҙмышы өсөн көрәштә үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттәштәребеҙ араһында телебеҙгә кәмһетеп ҡараған, унан оялған, милләт яҙмышына ғәмһеҙҙәр байтаҡ.

Башҡорт — иң ғорур, ҡыйыу, ғәҙел, йомарт, киң күңелле халыҡ. Беҙҙең тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ бай, телебеҙ моңло. Уларҙы белмәгәндәр генә әсә теленә ҡул һелтәй, башҡорт ауылдарында йәшәп тә, сабыйҙары менән вата-емерә рус телендә һөйләшә. Шундай ата-әсәләргә, хатта олатай-өләсәйҙәргә иҫең-аҡылың китә. Рус теле юғалып ҡалмаҫ ул, ә башҡорт теле үҙебеҙҙең маңҡортлоғобоҙ арҡаһында юҡҡа сығырға  мөмкин.

Бала күңеленә туған телгә ҡарата һөйөү бишектән һалына, уны бер ниндәй мәктәп тә, ил дә бирә алмай.   Ғаиләлә ата-әсә үҙ телендә аралаша икән, сабыйың да шул телде һеңдереп үҫә. Бала башҡортса белһен өсөн башҡорт теле ғаилә теле булырға тейеш. Сит илдәрҙә, ҡалаларҙа йәшәп тә үҙ-ара башҡортса матур итеп аралашҡан  ғаиләләр  таныш. Улар әсә телендә лә, русса ла хатаһыҙ һөйләшә, сит телдәрҙе лә өйрәнә. 

Хөрмәтле милләттәштәр, һеҙ башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙа, үҫтереүҙә ниндәй өлөш индерәһегеҙ? Балаларығыҙ, ейән-ейәесәрҙәрегеҙ туған телен беләме? Әсә телен йәш быуынға өйрәтеү өсөн ниндәй саралар  бар? Әйҙәгеҙ, ошо турала дәррәү генә фекер алышайыҡ.  Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Дилара Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: