Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Ғинуар 2023, 16:01

“Бүләгенә эй, һөйөндө!”

Убалар ауылында йәшәүсе Бибиәсмә Шәйхетдин ҡыҙы Абдуллина — Инйәр”ҙең тоғро дуҫы.

“Бүләгенә эй, һөйөндө!”
“Бүләгенә эй, һөйөндө!”

Убалар ауылында йәшәүсе Бибиәсмә Шәйхетдин ҡыҙы Абдуллина — Инйәр”ҙең тоғро дуҫы. Әүҙем ағинәй йыл һайын гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияһын редакцияға килтереп, бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша. Уның быға тиклем дә приздар отҡаны булды. Был юлы ла Бибиәсмә Шәйхетдин ҡыҙына уңыш йылмайҙы — сәйнүк отто.

— Инәйемдең бүләк отоуы тураһында ҡыҙым “Инйәр” сайтынан уҡып, һөйөнсө һораны. Оло кешенең күңелен күреү өсөн йылы һүҙ ҙә етә, ә бүләк отҡас, ҡәҙерлебеҙ бигерәк ныҡ һөйөндө. Сәйнүген алып ҡайтып тапшырам. “Инйәр”ҙе уҡый-уҡый сәйҙәр эсергә яҙһын, — тине инәһенең бүләген алырға килгән улы Азамат Мәхәмәтдин улы Абдуллин.

Д.Фәтихова.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: