Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Ғинуар 2023, 10:51

Ил ағаһы — Мортаза Ғөбәйҙулла улы

Үтә ҡайғылы хәбәр менән уртаҡлашабыҙ: Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат.

Ил ағаһы — Мортаза Ғөбәйҙулла улы
Ил ағаһы — Мортаза Ғөбәйҙулла улы

Үтә ҡайғылы хәбәр менән уртаҡлашабыҙ: Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуа. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумынан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, Өфө нефть институтын тамамлай. Ябай операторҙан алып, завод директорына тиклем үрләй.

1993 йылда Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп тәғәйенләнә. Халыҡ уны өс тапҡыр Президент итеп һайлай. Ә 2006 йылдың 10 октябрендә депутаттар бер тауыштан Президент вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡҡа йөкмәтеү тураһында ҡарар сығара.

Башҡортостан Президенты вазифаһында республикабыҙға ул етәкселек иткән осорҙо тулы ышаныс менән “Президент Рәхимов дәүере” тип атарға мөмкин. Ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы 90-сы йылдарҙа, Советтар Союзы тарҡалған, Рәсәйҙең үҙендә ситкә ынтылыу теләге әүҙемләшкән ваҡытта, ул илебеҙҙең иң ҙур төбәктәренең береһе өсөн яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡманы. Республика яҙмышы тураһында хәстәрлек, социаль-иҡтисади өлкәне нығытыу һәм яҡшыртыу, халыҡтың тормош кимәлен күтәреү уның эшмәкәрлегенең төп маҡсатына әүерелде. Ул һәр ваҡыт һәм һәр урында Башҡортостандың, күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡланы. Бер ниндәй аҫтыртын эш итеүҙәр ҙә, һөжүмдәр ҙә Мортаза Рәхимовты һындыра ла, үҙенең тормош ҡанундарын үҙгәртә лә алманы. Уның ныҡышмалылығы һәм алдан күрә белеү сәйәсәте һөҙөмтәһендә республика ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илдең алдынғы төбәктәре рәтенә сыҡты.

Беҙҙең тәүге Президент төҙөргә, булдырырға яратты. Ул етәкселек иткән йылдарҙа, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды. Ҡалаларҙа бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар ҡалҡты. Өфө янында заманса ауылдар һәм ҡасабалар үҫеп сыҡты. Баш ҡалабыҙҙың йөҙө лә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Уны төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды, Конгресс-холл, “Өфө-Арена” боҙ һарайы, “Нур” драма театры, “Каруанһарай” сауҙа үҙәге һәм башҡа тиҫтәләрсә сауҙа, мәҙәниәт үҙәктәре барлыҡҡа килде. Шоферҙар әйткәнсә, Салауат Юлаев проспекты өсөн генә лә беҙҙең тәүге Президентҡа һәйкәл ҡуйырға мөмкин. Юғиһә бөтә Өфө бөгөн тығында ултырыр ине. Юлдар һәм күперҙәр төҙөүгә, йүнәтеүгә, ауылдарға газ һәм телефон үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелде.

Халыҡтың һаулығын һаҡлау, күп балалы ғаиләләр һәм ветерандарға ярҙам итеү буйынса маҡсатлы ҙур эш алып барылды. Фәҡәт беҙҙә СССР тарҡалғандан һуң “Әсәлек даны” миҙалы булдырылды, күп балалы ғаиләләргә бушлай “ГАЗель” микроавтобустары тапшырыла башланы, ветерандарға еңел автомобиль биреү ҙә дауам итте. Әйткәндәй, Мортаза Ғөбәйҙулла улының республика шифаханаларын үҫтереүгә күп көс һалыуын да онотмайыҡ: “Янғантау”, “Красноусол”, “Асы” һәм башҡалар хәҙер илебеҙҙә иң яҡшылар иҫәбендә.

Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт киң үҫеш алды. Яңы уҡыу йорттары, милли мәктәптәр һәм гимназиялар, театрҙар һәм филармониялар асылды, спортсыларыбыҙ Рәсәй һәм донъя чемпионаттарында йышыраҡ сығыш яһай һәм призлы урындар яулай башланы.

Беҙҙә матбуғат, радио һәм телевидение һаҡланып ҡына ҡалманы, ә яңы баҫмалар, башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә тапшырыуҙар ҙа барлыҡҡа килде, заманы өсөн ул һирәк күренеш ине. Республикала “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” кеүек яңы йолалар нығынды, “Ауыл көнө”, “Урам көнө” һымаҡ байрамдар абруй ҡаҙанды, уларҙы ойоштороу ҙа М.Ғ. Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙә башланғайны.

Һуңғы йылдарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәсәйҙең иң ҙур хәйриә ойошмаларының береһенә — “Урал” хәйриә фондына етәкселек итә. Бында ла ул булмышына тоғро ҡалды. Үҙ бурысын ул республиканың матди-техник базаһын, социаль өлкәһен артабан нығытыуҙа күрә. “Урал” фондының ярҙамында тиҫтәләрсә мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт ҡоролмалары төҙөлдө һәм йүнәтелде.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөтә ғүмерен республикаға һәм халҡына бағышланы. Ул ҙур сәйәсәттә 13 йылдан ашыу булманы, әммә республиканың һәр кешеһе үҙен ныҡ яратты һәм хөрмәт итте. Ил ағаһы ҡатмарлы ваҡыттарҙа ла Башҡортостан халҡынан айырылманы, ситтә ҡалманы. Һәр ваҡыт ярҙам итте һәм кәңәштәрен бирҙе. Ошоноң менән абруйлы булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 11 ғинуарҙа Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 89-сы йәшендә донъя ҡуйҙы. Уға 7 февралдә 89 йәш тулыр ине...

Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: