

Башҡорт теле көнө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 2019 йылда раҫланды. Ғәҙәттәгесә, ошо дата алдынан, 7 декабрҙән 14-нә тиклем, бөтә белем биреү ойошмаларында Башҡорт теле көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Быйыл да мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында тематик стендтар ойошторолдо. Кескәйҙәр һүрәттәр төшөрҙө, ҡул эштәрен башҡарҙы, йәнһүрәттәр ҡараны һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре менән танышты.
Мәктәп уҡыусылары Мифтахетдин Аҡмулланың ижадына арналған «Тыуған телем — минең илһамым» шиғырҙар, «Башҡортостан — тыуған төйәгем» иншалар конкурстарында, «Башҡорт телен белеүселәр», «Туған телеңде беләһеңме?» викториналарында, «Туған телеңдә шиғыр яҙ» акцияһында, шиғри марафонда үҙҙәрен һананы.
Башҡорт теле көнөндә мәктәптәрҙә «Башҡортостан тарихында Мифтахетдин Аҡмулла шәхес», «Ел йыры» видеофильмдары һәм «Һайлау» ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмы тәҡдим ителде. 1-се Архангел мәктәбенән «шайморатовсылар» класы уҡыусылары «Башҡорт теле өсөн» флешмобында балҡыны. Иҫтәлекле көн ахырыһында, уҡыусылар һәм уҡытыусылар «Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостаным» концерт-лекторийында ҡатнашты.
Лариса Эгит,
мәғариф бүлеге методисы.
Автор фотоһы.