Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Декабрь 2022, 11:28

Табын күрке — самауыр

Халыҡ-ара сәй көнөн билдәләү тураһында ҡарар 2004 йылда Һиндостандың Мумбай ҡалаһында һәм 2005 йылда Бразилияның Порте Аллегре ҡалаһында үткәрелгән ижтимағи форумдарҙа ҡабул ителгән.

Табын күрке — самауыр
Табын күрке — самауыр

Халыҡ-ара сәй көнөн билдәләү тураһында ҡарар 2004 йылда Һиндостандың Мумбай ҡалаһында һәм 2005 йылда Бразилияның Порте Аллегре ҡалаһында үткәрелгән ижтимағи форумдарҙа ҡабул ителгән.

Убалар ауылының “Мираҫ” төркөмө ағинәйҙәре ошо көн уңайынан матур сәй табыны ҡорҙо. Башҡорттар электән самауырлап сәй эсеүгә әүәҫ булған. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ғәҙәт ауылдарҙа ҡайһы бер ғаиләләрҙә генә һаҡланған, ҡалала ул бөтөнләй юҡ тип әйтергә мөмкин. “Мираҫ”тар ошо матур йоланы тергеҙеп, өҫтәл уртаһына шыжлап, ҡайнап торған самауыр ултыртты. Уның тирәһен төрлө ҡайнатмалар, тәмле ҡамыр аштары, бал, ҡаймаҡ менән ҡорот һәм башҡа ризыҡтар биҙәне. Милли кейемдәр кейгән ханымдар сәйҙең төрҙәре, шифаһы, уны әҙерләү серҙәре тураһында һөйләшә-һөйләшә бер самауырҙы “түңкәреп”тә ҡуйҙы. Самауыр сәйе тәмле була шул! Ә һеҙ самауыр ҡайнатаһығыҙмы?

Зилә Юлъяҡшина.

Убалар ауылы.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: