Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Декабрь 2022, 11:20

Сәхнәгә арналған ғүмер

1996 йылдың 19 октябре. Абҙан ауылының 200 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ.

Сәхнәгә арналған ғүмер
Сәхнәгә арналған ғүмер

1996 йылдың 19 октябре. Абҙан ауылының 200 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Сәхнә түренә буйһыу кәүҙәле, томрап торған ҡара сәсле, оҙон толомло, башҡорт милли кейемдәге мөләйем йөҙлө йәш ҡыҙ күтәрелә. Абҙандарҙың бындай сибәркәйҙе тәүге күреүе булғандыр...

Ошо мәлдән һуң һылыуҙың тормошо, сәхнәләге сығыштары менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Бер уҡыусымды “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереү, яттан һөйләү төбәк-ара конкурсына әҙерләйем. Билдәле, бындай мәртәбәле бәйгелә сығыш яһау өсөн режиссер ярҙамы кәрәк. Баланы өйрәткән арала Сәриәнең бала сағы, үҫмер йылдары, ғөмүмән, күңел байлығы менән таныштым.

Һәр сәскәнең тамыры булған кеүек, һәр таланттың шишмә башы бар. Йыр-моң яратҡан (атаһы мандолинала уйнай, әсәһе йырлай) ғаиләлә тәрбиәләнә Сәриә. Етмәһә, мәҡәлдәр, әйтемдәр, таҡмаҡтар, ҡыҫҡаһы, халыҡ ижады өлгөләрен һеңдереп үҫә. Мәктәптә пионер, комсомол ойошмаларын етәкләй, “Башҡортостан пионеры”, “Ильич байрағы” гәзиттәрендә уның мәҡәләләре баҫылып тора. Шулай итеп, үҙе лә һиҙмәҫтән ижади тормошҡа сума.

Класс етәксеһе Мәүлиҙә Хәйрулла ҡыҙы Сөләймәнова уҡыусыһының һәләтен һәр яҡлап үҫтереү хәстәрлеген күрә. Төрлө предмет олимпиадаларында, спорт ярыштарында ҡатнашыуын дәлилләүсе Маҡтау грамоталарын, дипломдарҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлай гүзәл зат. Йәш-елкенсәктең йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә маһирлығы ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһауҙан да нығына, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылдыра. Мәктәпте тамалауға үҫмер  мотлаҡ сәнғәт юлын һайлаясағын яҡшы аңлай. Тороп тор әле, ата-әсә нимә тиер? Ысынлап та: “Артист та булдымы һөнәр”, — тип ҡаршы төшәләр.

Педагогия институтына уҡырға инһә лә, Сәриә ата-әсәһенә белдермәй генә эшкә урынлаша, ә икенсе йылды мәҙәниәт техникумына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Дипломлы белгесте ҡаланың пионерҙар һарайына, радиоға һәм филармонияға саҡыралар. Шулай ҙа яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтыуҙы хуп күрә. Ошо көндән башлап райондың мәҙәни тормошона сума: башҡорт милли кейемендә район, республика башлыҡтарын, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршылау, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләрендә, төрлө ауыл, райондарҙа байрамдарҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау һәм башҡалар. Үҙенең режиссерлыҡ һәләтен файҙаланып, районда төрлө яңы бәйгеләрҙең башланғысында тора: “Ҡәйнәләр һәм килендәр”, “Һылыуҡай” һәм башҡалар. Сәхнә тормошоноң өҫкө яғы ғына билдәле тамашасыға. Бер сараны әҙерләп үткәреү өсөн күпме тырышлыҡ һалырға, китап-журналдар аҡтарырға, хәҙер инде интернет киңлектәрен байҡарға һәм эстетик зауыҡлы сәхнә әҫәре килтереп сығарырға тура килә. Быныһы инде режиссерҙың ижади багажына, күңел байлығына һәм тупланған тәжрибәһенә бәйле.  Барлыҡ эш араһында юғары белем алыу, республика кимәлендәге сараларҙа делегат булып ҡатнашыу, “Табын” ырыуы ерлегендәге йолаларҙы республика конкурстарында күрһәтеү, райондың талантлы шәхестәрен ситтә лә танытыу — барыһы ла С. Мағазова иңендә. Сәхнә кешеһе бөгөнгө көн менән генә йәшәй алмай, киләсәккә алмашсылар әҙерләү ҙә мәҙәниәт хеҙмәткәренең бер эш төрө һанала. Был йәһәттән дә Сәриәбеҙ һынатмай.

Күп милләтле районыбыҙ халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, тәрән мәғәнәле хәл-ваҡиғалар аша үҙенең ихтыяр көсөн, күңел байлығын тамашасыға еткерергә тырышыусы, яҙмыш ауырлыҡтарын еңә алырлыҡ рухи көс бүләк итеүсе, арыу-талыу белмәҫ сәхнә йондоҙҙарының һоҡланғыс ижади байлығын халыҡҡа таратыусы режиссерыбыҙ, район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Сәриә Мағазованың яңынан-яңы эштәрен күреп, һөйөнөрбөҙ әле. Сәхнә кешеһе бер ваҡытта ла эҙләнеүҙән туҡтамай. Заман талаптарына яуап бирерлек әҫәрҙәре менән ябай халыҡ күңеленә эстетик тәрбиә һала. Киләсәк быуындың йырлы-моңло, тәртипле-тәрбиәле булыуында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә тырышлығы ҙур.

Эйе, ата-әсәһенең һүҙенән сыҡмаһа, Сәриә бөгөн йә химия-биология, йә әҙәбиәт уҡытыусыһы булыр ине. Ситтәнерәк ҡараһаң, мәҙәниәт менән мәғариф  бер юлдан атлай. Һәр ҡайһыһының дөйөм сифаты — ул шәхес тәрбиәләү: тәүгеләре йыр-моңға, икенселәре белемгә әйҙәй. Уйлап ҡараһаң, икеһе лә киләсәкте хәстәрләй, үҫтерә. Ижад кешеләре һәр саҡ үҙенә маҡсат ҡуйып йәшәүсән. Берәүҙәре ошо ниәткә ирешеү өсөн урау-урау юлдар үтә, икенселәре башҡалар һалған һуҡмаҡтан бара. Сәриәне мин ижаданда үҙ һуҡмағын һалып, урау юлдарҙан бейек тауҙарға үрләүсе шәхес итеп беләм.

Уға баҫалҡылыҡ, ғәҙеллек кеүек күркәм сифаттар ҙа хас. Башҡаларҙы терһәктәре менән йырып, алға сабыусыларҙан түгел. Бәлки шуғалыр ҙа уның (30 йылға яҡын) намыҫлы хеҙмәте үҙ баһаһын көтәлер.

Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны.

Абҙан ауылы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: