Инйәр
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Декабрь 2022, 11:12

Ололарға йылылыҡ өләшеп

Беҙҙен “Гөлнәзирә” фольклор ансамбеле  ҡатын-ҡыҙҙары Әсә байрамы уңайынан ауылыбыҙҙың оло йәштәге әбейҙәренең, апайҙарының хәлдәрен белешеп сыҡты.

Ололарға йылылыҡ өләшеп
Ололарға йылылыҡ өләшеп

Беҙҙен “Гөлнәзирә” фольклор ансамбеле  ҡатын-ҡыҙҙары Әсә байрамы уңайынан ауылыбыҙҙың оло йәштәге әбейҙәренең, апайҙарының хәлдәрен белешеп сыҡты. Ололарҙың күңелен күреү өсөн йылы һүҙ ҙә етә, уларҙың йөҙҙәре яҡтырып, кәйефе күтәрелеп китә.

Бибиәсмә әбей Абуллина яңыраҡ дауаханала ятып сыҡҡан ине, шул сәбәпле, һуңғы арала байтаҡ ҡына күрешмәй торолдо Ул Убаларҙың иң оло йәштәге кешеләренең береһе.  Килеүебеҙгә сәй табыны әҙерләп тә ҡуйған.  Беҙ ҙә буш ҡул менән инмәнек, үҙебеҙ менән бүләктәр, йыуасалар алдыҡ. Бибиәсмә әбей киң күңелле, йор һүҙле, күпте күргә, күпте кисергән ил инәһе.

Күмәкләшеп сәй эсеп, ил-йорт хәбәрҙәре менән уртаҡлашып, алдағы көнгә пландар ҡорҙоҡ. Яңғыҙы ммәсеткәлә йөрөй алмаған инәйҙе йома көн килеп алырбыҙ, тигәс һөйөнөп китте.

Оло йәштәгеләр үҙҙәренә ҡарата иғтибар көтә. Ошоно иҫтә тотоп, уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерергә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә онотмаһаҡ ине. Беҙҙең төп кешелек бурысыбыҙ — ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, изгелекле булыу. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирә, ти дини китаптарҙа.

Минира Ибәтуллина.

Убалар ауылы.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: