Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
20 Декабря 2022, 05:59

Нәркәскә — 30 меңлек сертификат!

Башҡортостанда «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нәркәскә — 30 меңлек сертификат!Нәркәскә — 30 меңлек сертификат!
Нәркәскә — 30 меңлек сертификат!

Урал Килсенбаев, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары:

 — Бөйөк башҡорт шағиры Рәми Ғариповҡа арналған конкурстың нәҡ бөгөн тамамланыуы шартлы. Рәми Йәғәфәр улы туған теле өсөн ғүмере буйы борсолдо, уның ижадында әсә теле темаһы киң сағылыш таба. Бындай шиғри бәйгеләр республикабыҙ үҙенең  бихисап ижадсыларының емеше менән һуғарылып торһон өсөн уҙғарылырға тейеш.  Проекттың артабан да дауам итеренә ышанам.

Башҡортостанда «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Конкурстың гала-концерты 14 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт шағиры Рәми Ғариповҡа арналған конкурс 12 февралдә, шағирҙың тыуған көнөндә башланды һәм өс этапта уҙҙы. Беренсе, ситтән тороп ҡатнашыу этабына 800-ҙән ашыу эш килде. 26 августан 25 сентябргә тиклем барған телевизион конкурстың икенсе этабына — 30 ҡатнашыусы үтте. Уларҙың эштәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы үтте.

Гала-концерт театрлаштырылған тамашанан башланды. Унда Рәми Ғарипов (шағир ролендә — Артур Кәбиров) «Көн етеп килә...» шиғырын һөйләне. Шағирға яуап итеп өлкәндәр һәм балалар башҡорт теленең һәм халҡының хәле, әҙип көткән байрамдың барлыҡҡа килеүе һәм республиканың Башҡорт теле көнөн киң билдәләүе тураһында шиғыр уҡыны.

Жюри баһалары буйынса гала-концертта финалдың икенсе этабына 13 ҡатнашыусы сыҡты. Бәйгеселәргә алдан Рәми Ғариповтың ете шиғыры таратылды,  шуларҙың береһен уҡып ишеттерергә кәрәк булды. Йәрәбә тура сәхнәлә үткәрелде.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатовҡа тапшырылды, ул 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Беренсе урын яулаусылар 70 мең һумлыҡ сертификаттарға эйә булды. Икенсе урын өсөн 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Өсөнсө урын яулаусылар 30 мең һум аҡса алды.

Шуныһы һөйөнөслө, Ҡыҫынды мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ғәйсәрова Нәркәс (етәксеһе Рәшиҙә Факил ҡыҙы Ғәйсәрова) мәртәбәле сарала ҡатнашып, 3-сө урын яуланы һәм 30 000 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Нәркәс беренсе этапта Рәми Ғариповтың “Төштәр” шиғырын һөйләп видеояҙма ебәрҙе. Икенсе этапта “Һинең хатың” әҫәрен ятлап, юлдаш телевидениеһында уңышлы сығыш яһаны. Өсөнсө этапта уға йәрәбә буйынса “Саған” шиғыры эләкте. Нәркәсте еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Тырыш, һәләтле ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ.

Өҫтәп үтәйек, проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылды.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас