Инйәр
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ноябрь , 09:45

Тыуған ауылым – Айытмәмбәт

Тыуған ауылым – Айытмәмбәт Асытау итәгендә.

Тыуған ауылым – Айытмәмбәт
Тыуған ауылым – Айытмәмбәт

Моңло ҡоштар йырҙар һуҙа

Һәр таңдың иртәһендә.

Эй, ауылым, ауылҡайым,

Минең ғәзиз еркәйем.

Һиндә тыуып, һиндә үҫтем

Һине һөйә йәнкәйем!

Ауылымдың матурлығы

Күңелемә йәм бирә.

Туғайҙағы гөл-сәскәһе

Йөрәгемә наҙ үрә.

Ауылымда үҫкән ҡыҙҙар

Һыуһылыуҙай сибәрҙәр.

Егеттәре көслө, батыр,

Хеҙмәт һөйөп, зирәктәр.

Юлым төшһә, ауылыма

Талпынып, ҡоштай осам.

Дуҫтар һәм туғандарымды

Һағынып ҡайтып ҡосам.

***

Инйәрем (йыр)

Ауылыма йәмдәр биреп,

Йырлап аға Инйәрем.

Бала сағым һиндә үтте

Иң ҡәҙерле мәлдәрем.

Ҡушымта:

 Эй, Инйәрем, Инйәрем,

 Ғорур текә ярҙарың.

 Тәнгә сихәт, йәнгә дауа

 Һинең шифа һыуҙарың.

Көс-ғәйрәтең һинең арта,

Яҙын ташһа һыуҙарың.

Алып китә ағын һыуҙар

Йөрәгем ярһыуҙарын.

Яр буйҙары  моңло урман

Үҫә муйыл, бөҙрә тал.

Йәй көндәре Инйәремдә

Ҡолас ташлап йөҙөп ҡал.

Зәңгәр таҫма – Инйәр йылғам

Һағ(ы)ныуҙарым дауаһы.

Хәтирәләр булып аға

Йәшлек йылдар араһы.       

***

Әкиәтле бала саҡ

Әкиәтле бала саҡҡа

Эх, бер ҡайтаһы ине.

Буталамын уйҙарымда

Ҡайҙа бала саҡ иле?!  

Бала саҡтың илдәрендә

Мөғжизәләр бар ине.

Һәр көнөбөҙ тылсымдарҙан

Торған тамаша ине.

Асҡыстарын табып асып

Хәтерҙәр һандығыма,

Бала сағым, һиңә ҡайттым,

Түҙмәйсә һағ(ы)ныуыма.

Ҡолас йәйеп ҡаршы алды

Сихри алтын һарайҙар.

Тәтелдәшә уйынсыҡтар,

 Күңелемде арбайҙар.

Бала сағым, һиңә ҡайтыу

Юлдарын мин япмамын.

Хәтеремдең асҡыстарын

Юғалтмайса һаҡлармын.

***

Ябай ҡыҙың булып ҡайтырмын...

Ауылҡайым, инде күптән ситтә

Һинән башҡа ғүмер итәмен.

Тик йөрәккәйемдең иң түрендә

Һине генә иҫләп йөр(ө)тәмен.

Ауылҡайым, һинең менән ҡалды

Бер ҡайғыһыҙ сабый ғүмерем.

Хыялыйҙар иткән йөрәгемде,

Һиндә ҡалды тиле йәшлегем.

Ауылҡайым, урамдарың буйлап,

Ялан аяҡ йүг(е)реп уйнаным.

Айлы кистә йондоҙ атылғанда

Киләсәккә бәхет юраным.

Ауылҡайым, сихри матурлығың

Күңелемде хискә ураны.

Йөрәккәйем моңло көйҙәр һуҙып,

Һине данлап, мәңге йырланы.

Ауылҡайым, ҡайҙа йөрөтһә лә

Яҙмышымдың тылсым һуҡмағы,

Ябай ҡыҙың булып, мин ҡайтырмын,

Серем сисеп, һиңә уйҙағы.

Әлфиә Ҡотлоғәләмова – Баймырҙина.

(Айытмәмбәт – Аҡъяр ).

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в