Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Ноября 2022, 05:00

Артыҡ һөйләп ташлаған

Архангел районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы Архангел ауылында йәшәгән ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Артыҡ һөйләп ташлағанАртыҡ һөйләп ташлаған
Артыҡ һөйләп ташлаған

Архангел районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы Архангел ауылында йәшәгән ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 137-се  статьяһының 1-се өлөшө буйынса (шәхси йәки ғаилә серен, шәхси тормош тураһында мәғлүмәттәр тәшкил иткән мәғлүмәттәрҙе кешенең үҙ ризалығынан тыш законһыҙ йыйыу йәки таратыу йә иһә ошо мәғлүмәттәрҙе асыҡ сығышта, йәки киң мәғлүмәт сараларында таратыу) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды.

Cудта гражданка Т. гражданка  Ю. менән шәхси низағлашыуы нигеҙендә  үҙенең кеҫә телефонын ҡулланып, тиҙ арала хәбәрҙәр менән алмашыу сервисы һәм ватсаптан  тауыш элемтәһе аша гражданка Ю.ҡатнашлығындағы видеояҙма ебәреүе асыҡланды. 

Гражданка Т. үҙ ғәйебен таный, ҡылғаны өсөн үкенә.

Суд дәүләт ғәйепләнеүсенең позицияһын иҫәпкә алды һәм ғәйепләнеүсене 20000 һум күләмендә штраф түләттереү  хөкөмөн сығарҙы.  Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.

Екатерина Горбачева,

прокурор ярҙамсыһы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас