Инйәр
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ноябрь , 10:04

Һаҡ булығыҙ — боҙ йоҡа!

Тәүәкәс ауыл биләмәһендә халыҡ именлеге, хәүефһеҙлеге мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәктә.

Һаҡ булығыҙ — боҙ  йоҡа!
Һаҡ булығыҙ — боҙ йоҡа!

Тәүәкәс ауыл биләмәһендә халыҡ именлеге, хәүефһеҙлеге мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәктә. Көндәр һалҡынайтыу менән Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күрһәтмәһе буйынса янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү маҡсатында, ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа тикшереү эштәре башланды. Баҫыутамағы һәм Ғәйфулла ауылдарында сираттағы сара уҙғарылды. Бөгөн улар Тәүәкәс һәм Приуральела дауам итә.

Ошо йәһәттән граждандарҙы ҡышҡы осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ, ҡулдан яһалған электр йылытҡыстар менән ҡулланмаҫҡа өндәйбеҙ. Тәмәке тартмаҫҡа, иҫкергән электр сымдарҙы, янғын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың батарейкаларын алыштырырға кәңәш итәбеҙ. Бынан тыш мейестәргә иғтибар итеп, уны төҙөкләндерергә айырым ваҡыт бирәбеҙ. Имен булмаған ғаиләләргә, күп бала тәрбиәләгәндәргә, оло йәштәгеләргә һәм яңғыҙ йәшәүсе ауылдаштарға уғата ныҡ баҫым яһайбыҙ.

Һалҡын көндәр башланып, йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары боҙ менән ҡапланғас, балыҡсылар, туристар һәм йылға ярынан санала шыуырға яратыусылар һыу буйҙарына ашыға. Ошо йәһәттән һыу ятҡылыҡтары буйлап та рейдттар  уҙғарыла. Тикшереү эштәре әле  йылға-күлдәрҙә боҙҙоң ҡалынлығы йоҡа булыуы менән бәйле. Һаҡ булығыҙ — боҙ бик йоҡа, алдаҡсы!

Рәмзиә Гәрәева,

Тәүәкәс ауыл хакимиәтенең ер белгесе.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в