Инйәр
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 15:14

Татлы сылбыр дауам итһен ине...

Үрге Ләмәз (Төркмән) ауылы халҡының күбеһе умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

Татлы сылбыр дауам итһен ине...
Татлы сылбыр дауам итһен ине...

Үрге Ләмәз (Төркмән) ауылы халҡының күбеһе умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылдың урыны ла был кәсеп өсөн бик ҡулай. Колхоз-совхоздар гөрләп торған ваҡытта был яҡтарҙа айырым умартасылыҡ хужалығы ла булған икән.

Яҙасаҡ мәҡәләм ошонда тыуып-үҫкән Ҡәҙир Кәбир улы Ғинийәтов хаҡында. Был ағай менән Ләмәзгә эш сәфәре менән барған саҡта танышҡайным. Ауыл осонда яңғыҙы ғына йәшәгән ир-уҙаман тәү ҡарамаҡҡа аҙ һүҙле, ҡырыҫ күренһә лә, йомшаҡ тәбиғәтле, асыҡ күңелле булып сыҡты. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ағай урамға бик үк сыға һалып бармай, йомошо төшһә, берәй нәмә кәрәкһә күршеләренә мөрәжәғәт итә. Шулай һәүетемсә генә үҙ алдына донъя көтә ул.

Баҡсаһында бер нисә ҡорт дәдәнен күреп, улар янына барҙым. “Нескә билкәй”ҙәр хужаларының кәйефен күтәрергә, уны дәртләндерергә теләгәндәй, безелдәшеп һут ташыйҙар. Ҡәҙир ағай уйымды уҡығандай үҙе үк хәтирәләр ебен һүтә башланы.

— Былары ҡалғандары... Заманында 60 баш тота инем. Артып та китә торғайны. Ә хәҙер дәрт бар ҙа дарман юҡ...Ярай былары күңелемде йыуата әле. Иртән торам да, иң беренсе улар янына барам. Сәләм биреп һөйләшеп алам. Мине аңлағандай үҙҙәренсә безелдәшә, ҡайһы саҡ кешеләргә биргеһеҙ улар.  Оҙаҡ итеп уларҙың һәр хәрәкәтен күҙәтәм. Шул да миңә шифа бирә.

Олатайым, атайым менән инәйем электән бал ҡорто тотҡандар.  Төркмәндә башланғыс мәктәптә уҡыған сағымда уҡ умартасылыҡ менән мауыға башланым. Ололар тирәһендә ҡайнашып, әкренләп бал ҡорттарының нескәлектәрен өйрәндем.  Түбәнге Ләмәз (Иглин районы) ауылында 8-се класты тамамлағас, совхоздың умартасылығында эшләп алдым. Аҙаҡ Германияның Ма́гдебург  ҡалаһында артиллерия ғәскәрендә хәрби хеҙмәтемде үттем. 1974 йылда армиянан ҡайтҡас, башлаған эшемде дауам иттем. Хужалыҡта умарталар күп ине. Улар тәбиғәттең матур урынында, уңайлы ерҙә урынлашҡайны. Бар яҡлап та аҡлан, йүкәлек, башҡа ағастар. Һыу ҙа йыраҡ түгел. Төрлө хуш еҫле үләндәр, сәскәләр бихисап. Бал ҡорттарына һут эҙләп әллә ҡайҙа йыраҡҡа осаһы кәрәкмәй. Ҡоштар өҙҙөрөп-өҙҙөрөп һайрай.

Төрлө сағыу төҫкә буялған умарталар араһында иртәнән эңер төшкәнсе йүгереп йөрөйһөң. Ҡайһы саҡ төнгә ҡәҙәр мәшәҡәттәр бөтмәй. Арыттырһа ла саф һауа, бал еҫе, ҡорттарҙың ыңғай тәьҫире йоғонтоһонда икенсе көнөнә һин дә мин тағы эшкә тотонаһың. Яҡшы һөҙәмтә алыр өсөн тырышырға кәрәк шул. Тулы дәдән, баллы филәктәрҙе күтәреп ташыу ғына бәкәлгә һуҡты.

1993 йыл совхоз таралғас та яратҡан шөғөлөмдө ташламаным. Шәхси хужалығымда уларҙы үрсеттем. Бал ҡорттары йәшәүемдең асылына әйләнгән ине инде. Әле лә сирләмәгән булһам гөр килеп эшләр инем дә бит. Сәләмәтлегемде алдан ҡайғыртмауым, үҙ-үҙемә ҡул һелтәүем арҡаһында мөмкинлектәрем сикләнде шул. Һаулығығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ. Уны һатып алып булмай...

Төшөнкөлөккә бирелергә тырышмайым. Телефондан һөйләшәм, телевизор ҡарайым, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынам. Өйҙән сыға алмаһам да, ана гәзит таратыусы ҡышын Өфөнөң бер сауҙа үҙәгендә ҡыҙҙырып битлекһеҙ “йөрөгәнгә” бер мең штраф һалыныу тураһында хат килтереп китте әле (көлә). Низағлашып йөрөргә теләгем дә, хәлем дә юҡ.

Йәш умартысыларға бер кәңәшемде әйтеп үтәйем. Ҡорт үрсетергә теләһәгеҙ урта рус тоҡомон һайлағыҙ. Улар һалҡынға сыҙам, төрлө һауа торошон да еңел ҡабул итә, сирҙәргә лә бирешеп бармай. Балды ла күберәк йыя. Карпат, карника кеүек сит ҡорттар сағып бармаһа ла, беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашмағандар.

Бал ҡорттарын үрсетеү, бал кәсебе иң яҡшыһы ул. Бөгөн техника күп, һәр төрлөһө бар. Ҡул көсө артыҡ ҡулланылмай тиерлек. Рәхәтләнеп шөғөлләнегеҙ. Татлы сылбыр өҙөлмәһен, — тип күңелен бушатты ил ағаһы.

Ҡәҙир ағайҙың үкенесле лә, мауыҡтырғыс та хәбәрен тыңлағанда уның яҡты уйлы, ихлас кеше булыуына тағы бер ҡат инандым һәм эстән уға сәләмәтлек теләнем.

Дилара Бәҙретдинова.

Альберт Рәхимов фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: