Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 14:59

Муллаҡайҙа туғандар, дуҫтар, ауылдаштар ҙур байрамға йыйылды

Районыбыҙҙың Муллаҡай (Йәрембәт) ауылы 1737 йылдан алып билдәле.

Муллаҡайҙа туғандар, дуҫтар, ауылдаштар ҙур байрамға йыйылды
Муллаҡайҙа туғандар, дуҫтар, ауылдаштар ҙур байрамға йыйылды

Районыбыҙҙың Муллаҡай (Йәрембәт) ауылы 1737 йылдан алып билдәле. Ул XVIII быуат аҙағында күрше ятҡан Бәйестән ике тапҡырға ҙурыраҡ һанала.

Муллаҡай байтаҡ билдәле шәхестәрҙең тыуған төйәге. Шуларҙың бер нисәһе: Әхмәт Хажмөхәмәт улы Дәүләтҡолов — профессор, философия фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2014).

Риф Ғәли улы Сәйфуллин — башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).

Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов — ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).

Эльвера Ғәли ҡыҙы Сәйфуллина — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсүл Мөхәмәтйән улы Лоғаманов — Башҡорт ҡурсаҡ театры актеры һәм башҡалар.

Муллаҡай ауылы бәләкәй генә булыуына ҡармаҫтан, заман менән бергә атлай, үҫешә, нығына. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда бында  59 йортта 146  кеше йәшәй. Халыҡ күбеһенсә ситтә эшләй, яҡын-тирә ҡалаларҙа, район үҙәгендә аҡса таба. Ауылда төпләнеп  мал-тыуар аҫрау, ҡош-ҡорт үрсетеү, баҡса тәрбиәләү иҫәбенә йәшәүселәр ҙә күп.   Йорттарҙы төҙөкләндереп, уны заманса йыһазландырып, барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырып, өй эргәләрен аллы–гөллө сәскәләргә күмеп, балалар үҫтереп, ысын мәғәнәһендә ауыл кешеһе булып донъя көткәндәр  бихисап.

Ауылда тыуып-үҫеп, белем алып, оло тормош юлына сығып, Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә  таралған ул һәм ҡыҙҙарын берләштереү маҡсаты менән үткән аҙнала бында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды.

Туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтып та етте. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм шифалы ҡымыҙ менән ҡаршы алғандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында туҡталып, сәскәләр һалынды. Артабан һәммәһе лә байрам уҙасаҡ майҙан яғына ағылды.

Ауылда береһенән-береһе матурыраҡ йорттар йылдан-йыл күбәйә. Уларға ҡарап, халҡыбыҙҙың матур, етеш тормошҡа ынтылышын күреп күңел шатлана. Муллаҡайҙарҙың замана ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, бына тигән итеп донъя көтөүҙәре, ауыл тормошон күтәреп йәшәүҙәре һоҡландыра.

Сараны Муллаҡай ауылында тыуған районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәнзил Хисамитдинов тәбрик һүҙҙәре менән асты. Ауылдаштарының ошондай әһәмиәтле саранан ситтә ҡалмауҙарын, осрашып, ил-донъя хәлдәрен, туғандарының, яҡташтарының йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып тороуҙарын хупланы. Артабан һүҙ район Советы рәйесе Леонид Семенчукка бирелде. Ул район хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, барыһына ла күтәренке кәйеф теләне. Район хакимиәте идарасыһы Татьяна Галина, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин да йылы теләктәргә ҡушылды.

Сара район мәҙәниәт йорто артистары, урындағы һәүәҫкәрҙәр һәм “Тулҡын” фольклор төркөмө әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Башҡорт музыканты, ҡурайсы, “Ҡурайсы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм “Ҡурайсы” этно-төркөмө етәксеһе Роберт Юлдашевтың музыкаль сәләме байрамға уғата йәм өҫтәне.

Һүҙ ҡунаҡтарға ла бирелде. Риф Сәйфуллин, Эльвера Сәйфуллина, Эрнст Юлбарисов, Рәсүл Лоғаманов ауылдаштары менән осрашыуға шат булыуҙарын белдерҙе, туғандар ебенең  өҙөлмәүе, тарихтың һаҡланып, киләсәк быуынға тапшырылыуына баҫым яһаны.

Һәр байрамға хас  булған бүләкләү өлөшө лә тантаналы рухта үтте. Йола буйынса ауылдың  “Иң оло һәм иң йәш кешеһе” билдәләнде.  Иң йәштәре — Бәйес ауылынан Ҡотләхмәтов Риналь (9 ай), Муллаҡайҙан Ғибәҙуллин Аяз (бер йәш). Иң ололары: Бәйестән — Сәғиҙә Камалетдинова һәм Муллаҡайҙан — Факиһа Түләбаева менән Ғәбделәхәт Нурмөхәмәтов. “Өлгөлө ғаилә”ләр — Рәүфә һәм Йәғәфәр Рәхимовтар, Зәкиә һәм Әхмәт Ҡотләхмәтовтар. “Күп балалы ғаилә”ләр — Лилиә һәм Рәлиф Әбдрәфиҡовтар (6 бала), Әҡлимә һәм Бәҙретдин Сөләймәновтар (6 бала), Бәйестән — Гүзәл һәм Владик Ҡотләхмәтовтар (дүрт малай). Ойоштороу комитеты уларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

“Матур ихата” номинацияһында Муллаҡайҙан Хәлиҙә Ғиләзова еңде. Шулай уҡ 35 йыл Райпо магазинында намыҫлы тир түккән, йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмаған  Гүзәл Нурмөхәмәтова район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде. Ошондай уҡ Маҡтау ҡағыҙына мәртәбәле сараға әҙерлек эштәрендә әүҙемлек күрһәткән Ғәфүр Түләбаев, Зәлифә Фәйзуллина, Фәнзил Хисамитдинов, Роза Ғәлиәхмәтова, “Ташҡын” төркөмө лайыҡ булды. “Ташҡын” фольклор төркөмө???, Риф Сәйфуллин  “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы”, Рәсүл Лоғаманов Рәсәй ветераны ???исемдәре бирелеүе менән тәбрикләнде.

Байрам тамамланһа ла, һәр йорттан дәртле йыр-моң ағылды, шат тауыштар яңғыраны. Һағынышып ҡайтҡан ул һәм ҡыҙҙар, дуҫтар һәм туғандар  бер-береһенең хәл-әхүәлдәрен һорашып, берләшеп, туғанлыҡ байрамының әһәмиәтенең ни тиклем оло булыуын тағы ла бер иҫбатланы.

Роза Ғәлиәхмәтова,

Муллаҡай ауылы клубының художество етәксеһе.

Альберт Рәхимов фотолары.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: