Инйәр
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 14:14

Экологик мәҙәниәт тәрбиәләү мөһим

Гөлнара Фәрит ҡыҙы Фәйрүзова (Шәрәфетдинова) 2006 йылдан Тирәкле мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә бирә.

Экологик мәҙәниәт тәрбиәләү мөһим
Экологик мәҙәниәт тәрбиәләү мөһим

Гөлнара Фәрит ҡыҙы Фәйрүзова (Шәрәфетдинова) 2006 йылдан Тирәкле мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Бөгөн ул мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары, хеҙмәт һәм рәсем дәрестәре уҡытыусыһы, “Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары” тигән түңәрәге етәксеһе.

— Беренсе класҡа уҡырға ике тапҡыр төшөргә тура килде миңә, — тип хәтерләй Гөлнара Фәрит ҡыҙы үҙенең мәктәп йылдарын. — Тәүгеһендә бер класта 43 бала тупландыҡ. Йәшем етмәһә лә уҡығым килгәнгә инәйем аптырап биргәндер инде. Ныҡ үҙ һүҙле булғанмын. Бер ай һабаҡ алғандан һуң, класс етәксем “Һин әле бәләкәйһең, икенсе йыл килерһең йәме”, — тип мине ҡайтарҙы. Ҡыш буйы бөтә “Әлифба”ны белеп, уҡырға өйрәнеп, икенсе йыл ҡабат парта артына ултырҙым. 

Уҡытыусыбыҙ Гөлфинә Нурислам ҡыҙы Ҡанзафарованы бөтә класс менән көтөп ала торғайныҡ. Ул  бала күңелен  аңлаусы, оло йөрәкле, йомарт кеше булды. Мөғәллимәбеҙҙең һәр беребеҙгә ипле, тыныс ҡына итеп дәрестәрҙе аңлатыуы, тауыш күтәрмәй урынлы тәнҡитләүе, матур кәңәштәре, хәстәрлеге, ғәҙел баһаһы, ҡыҙыҡлы дәрестәре, сикһеҙ һөйөүе беҙҙе арбаны. Уҡытыусы һөнәренә һөйөү нәҡ ана шул башланғыс синыфтарҙа тыуҙы ла инде.  Гөлфинә Нурислам ҡыҙы мин уҡый-яҙа белгәс, буш ултырмаһын, күңелһеҙләнмәһен, тип башҡаларға ярҙам итергә рөхсәт итә ине. Баҡалдыла уҡығанда Лилә Тимерйән ҡыҙының балалар менән мөғәлләмәһе, дәрес биреү алымдары оҡшаны. Ғөмүмән, миңә һәр саҡ тәжрибәле, яҡшы уҡытыусылар тура килде.

1987 йыл мәктәпте тамамлағас, Өфө индустриаль техникумына уҡырға индем. 1990 йылда белемемде Башҡорт дәүләт педагогия институтының психология бүлегендә дауам иттем. Юғары уҡыу йортонда уҡ деконатта статистика бүлегендә эшләп тә йөрөнөм. 

Ҡурғаш егете Ришат Насретдин улы Фәйрүзов менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләп, Тирәклелә донъя көтә башлауға ла арыу ваҡыт үтеп китте. Бөгөн Дания, Рәсим һәм Айҙар исемле балаларыбыҙҙың уңыштарына ҡыуанып торабыҙ. Ҡыҙыбыҙ юғары белем алып, “СИБУР” нефть-газ компанияһында химик-технолог  булып эшләй. Рәсим — Рәсәй туризм һәм сервис университетын уңышлы бөтөрөп, «Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты»на  инде. Айҙар — «Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты» студенты. Улар беҙҙең йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе, тормошобоҙҙоң асылы. 

Г.Ф.Фәйрүзова педагог булараҡ хеҙмәт юлын Тирәкле мәктәбендә башлай. Башта мәктәп психологы вазифаһын үтәй. Бер ыңғайҙан хеҙмәт һәм рәсем дәрестәрен алып бара. Һәләтле, талапсан, тынғыһыҙ, яңылыҡтарға ынтылған уҡытыусы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, абруйы ла күтәрелә. 2009 йылда “Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары”  тигән экологик түңәрәк аса һәм ошо йүнәлештә район, республика, төбәк-ара ярыш, фестивалдәрҙә, конференцияларҙа һәм башҡа сараларҙа даими рәүештә ҡатнашып тора. 2016 йылдан мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары.  

Тирәкле мәктәбенең “Шаяндар һәм отҡорҙар” (КВН) уйындарында ҡатнашҡан команда һәр саҡ айырылып тора. 7 тапҡыр гран-приға лайыҡ булған үҫмерҙәр йыйылмаһы  үҙҙәрен иң шаян, иң белермән, иң дәртле, сая   команда икәнлектәрен урында ғына түгел, ә республика кимәлендә лә иҫбатланы. Уңыштарының нигеҙе етәкселәренең, ойоштороусыларының тырышлығы һәм һәләтендә. Гөлнара Фәрит ҡыҙы бер ваҡытта ла ҡыйынлыҡтарҙан, яуаплылыҡтан ҡурмай. Уҡыусыларын да ҡуйған маҡсаттарына табан бер нимәгә ҡарамай барырға, еңеүгә өлгәшергә әйҙәй. Шуға күрә мәғариф өлкәһендә ике тиҫтәгә яҡын  йыл эшләү дәүерендә уның һәм тәрбиәләнеүселәренең район хакимиәтенән, мәғариф бүлегенән, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан һәм башҡаларҙан бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тупланып өлгөргән. Уҡыусыларҙың гранттарға лайыҡ булыуҙары ла Г.Фәйрүзованың тырыш хеҙмәтенең, үҙ эшенең оҫтаһы булыуының һөҙөмтәһе. 

— Балаларға экологик тәрбиә һәм белем  биреү — бөгөнгө көндә иң көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе булып тора. Еребеҙҙе киләсәк быуынға  һәләкәт хәлендә ҡалдырмаҫ өсөн,  балаларҙа донъяға экологик ҡараш, экологик мәҙәниәт тәрбиәләү  төп бурысыбыҙ булып ҡала. Баланың шәхси үҫешендә экологик тәрбиә ҙур роль уйнай, аҡылына,  тойғо-хисенә, ихтыяр көсөнә тәрән йоғонто яһай ала.

Минең эшмәкәрлегемдең төп йүнәлеше лә тап ошо экологик тәрбиәгә ҡайтып ҡала. Тирәкле мәктәбендә туғыҙ йыл “Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары” экологик түңәрәге эшләп килә. Уның да төп  маҡсаты – тәбиғәтте ҡурсалау, һаҡлау. Бында шөғөл­ләнгән балалар республика, ил кимәлендә уҙған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.

 

“Көньяҡ” дәүләт тәбиғәт ҡур­саулығы ойошторған “Парктар маршы” конкурсында алты йыл рәттән грант яуланыҡ. “Терпене ҡотҡар!” проекты менән иһә ил кимәлендә уңышҡа өлгәшеп, грант алыууыбыҙ ҙа билдәле. Беҙгә Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан белгестәр килеп,  дәрес ойошторғандары ла бар.

  Мәктәптә экологик тәрбиәгә иғтибар ҙур. Балалар араһында ошо маҡсатта “Экология хәүефһеҙлеге аҙналығы, “Шаяндар, тапҡырҙар клубы”, ағас ултыртыу кеүек саралар даими уҙғарыла. “Беҙҙең менән уртаҡлаш” конкурсында ҡатнашҡан проект та еңеү яуланы. Киләсәктә  ошо проекттарҙы, акцияларҙы дауам итербеҙ, тигән т еләктә ҡалам, – ти Гөлнара Фәрит ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: