Инйәр
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 11:58

Бер миллион бир — өсәүҙе алырһың…

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы медик-санитар бүлегенең өлкән табип-хирургы ришүәтселектә ғәйепләнә, тип хәбәр итте полицияның матбуғат хеҙмәте.

Бер миллион бир — өсәүҙе алырһың…
Бер миллион бир — өсәүҙе алырһың…

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы медик-санитар бүлегенең өлкән табип-хирургы ришүәтселектә ғәйепләнә, тип хәбәр итте полицияның матбуғат хеҙмәте. Тәфтиш комитеты енәйәт эшен ҡуҙғатҡан. Медицина хеҙмәткәренә ун йыл иркенән мәхрүм ителеү янай.

Эске эштәр министрлығында һөйләүҙәренсә, 40 йәшлек медсанчас хеҙмәткәре элекке полицейскийға сәләмәтлегенә зыян килтергән өсөн өс миллион һум компенсация алыу өсөн хәрби-табип комиссияһынан кәрәкле һығымта алыуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим иткән. Бының өсөн табип 968 мең һум һораған, уларҙы, Тәфтиш комитетында билдәләүҙәренсә, комиссия ағзаларына тапшырырға ниәтләгән. Ләкин экс-полицейский был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенә һөйләгән.

— Оператив-эҙләү саралары барышында ғәйепләнеүсе аҡса тапшырған саҡта енәйәт өҫтөндә тотолған, — тип һөйләне тәфтишселәр. Уларҙың һүҙҙәренсә, табип үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған, башҡа кешеләрҙең ҡатнашлығы асыҡлана. Эске эштәр министрлығында билдәләүҙәренсә, министр Роман Деев хеҙмәт тикшереүен үткәрергә ҡушҡан.

— Был кешенең ғәйебе раҫланһа, ул закон менән билдәләнгән тәртиптә яза аласаҡ, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Әле ғәйепләнеүсегә хөкөм сараһын һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Дилара Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: