Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 16:33

Табиптар ауылға килә

Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пунктына халыҡҡа медицина күҙәтеү яһау маҡсатынан үҙәк район дауаханаһынан терапевт — Марат Вәлиев һәм психотерапевт — Айһылыу Хәсәнова килде.

Табиптар ауылға килә
Табиптар ауылға килә

Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пунктына халыҡҡа медицина күҙәтеү яһау маҡсатынан үҙәк район дауаханаһынан терапевт — Марат Вәлиев һәм психотерапевт — Айһылыу Хәсәнова килде. Ауыл кешеләренең байтағы диспансеризация, “Сәләмәтлек поезы”н үтһәләр ҙә табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ булды. Көн дауамында 33 кеше ҡаралды, шуларҙың 14-е ФАП-та, 19-ы өйҙәрендә, дүртәү ковидтан һуң ентекле тикшереү үтте. 80 йәштәгеләр һәм унан дә олораҡтар, үҙҙәре йөрөй алмаған 6 инвалид та иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы. Дөйөм ҡан анализы алынды, кардиограмма яһалды. Марат Нәфис улы пациенттарға күрһәтмәләр, дауаланыу ысулын, ҡалған анализдарға һәм табиптарға күренергә йүнәлтмәләр яҙып бирҙе. Табиптарҙың ауылға килеп, сирлеләрҙе ҡарауынан халыҡ ҡәнәғәт ҡалды.

Гөлгөнә Хисмәтуллина,

Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.

Г.Хисмәтуллина тарафынан ебәрелгән фото. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: