Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 16:39

Милли проект яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә

Беҙҙең ФАП-ҡа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының маҡсатлы йүнәлешенә  ярашлы яңы ҡорамалдар ҡайтарылып тора.

Милли проект яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә
Милли проект яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә

Беҙҙең ФАП-ҡа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының маҡсатлы йүнәлешенә  ярашлы яңы ҡорамалдар ҡайтарылып тора. Шуларҙың бер нисәһе: компьютерға кардиограмма эшләй торған аппарат тоташтырылды, хәҙер йөрәктең эшмәкәрлеген урында уҡ тикшереп була, тестар менән  органик шыйыҡсаларҙа глюкоза кимәлен үлсәү приборы глюкометр бар.  Күҙ тонометрияһы — күҙ эсендәге баҫымды үлсәү процедураһы. Ул пациенттың глаукома кеүек етди ауырыуы бармы-юҡмы икәнен асыҡларға мөмкинлек бирә.

6 минутлыҡ йөрөү пробаһы ла булдырылды. Уның  өҫтөнлөгө ябай, ҡатмарлы ҡорамалдарҙы талап итмәй, уны стационарҙа ла, амбулатор шарттарҙа ла үткәрергә мөмкин. Тест ауырыуҙарҙың көндәлек әүҙемлек кимәлен баһаларға мөмкинлек бирә, ә уның һөҙөмтәләре йәшәү сифаты күрһәткестәре менән яҡшы бәйләнә, бынан тыш, ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау һөҙөмтәлелеген баһалауҙың өҫтәмә критерийҙары сифатында файҙаланырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ФАП-та уҡ гинекологик мазок бирә ала. Ғөмүмән, ауыл халҡына үҙебеҙҙең ФАП-та уҡ диспансеризацияның тәүге этабын үтергә бар мөмкинлектәр ҙә  бар.

ФАП барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, тип әйтһәк  хата булмаҫ. Ул әкренләп тейешле ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин ителә. Үҙ сиратында был урындағы халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы беренсел медицина ярҙамын күрһәтеүгә булышлыҡ итә, шул уҡ ваҡытта ауылдарҙағы медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттарын яҡшырта.

Гөлгөнә Хисмәтуллина,

Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.

Г.Хисмәтуллина тарафынан ебәрелгән фото. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: