Инйәр
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 15:37

Матурлыҡ — йөҙҙә, мөләйемлелек — күҙҙә

“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”, — тип яҙған бөйөк рус яҙыусыһы Ф.М.Достоевский. 

Матурлыҡ — йөҙҙә,  мөләйемлелек — күҙҙә
Матурлыҡ — йөҙҙә, мөләйемлелек — күҙҙә

“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”, — тип яҙған бөйөк рус яҙыусыһы Ф.М.Достоевский. Матурлыҡты күрә, уны тыуҙыра белгән кеше бер ҡасан да енәйәт ҡылмаҫ, кеше хеҙмәтен  хөрмәт итә белер.

Һәр йыл 9 сентябрь матурлыҡ көнө билдәләнә. Байрамдың килеп сығышына СИДЕСКО Халыҡ-ара эстетика һәм косметология комитеты сәбәпсе була. 1995 йылдан алып тап ошо көндә матурлыҡ тыуҙырыусы бар тармаҡ һөнәри байрамын билдәләй.

Айгөл Рәжәп ҡыҙы Фәттәхованы (Фазылова) күптәр Айгөл Сиель тип белә. Мөләйем йөҙлө, һомғол, зифа буйлы, ипле һүҙле, итәғәтле, алдынғы ҡарашлы ханыма был исем уғата үҙенсәлек һәм зауыҡ өҫтәгәндәй. Айгөл Шәүрә һәм Рәжәп Фазыловтарҙың ғаиләһендә берҙән-бер бала. Ул Ханты-Мансийск автоном округының Урай ҡалаһында тыуған. Ике йәше тулғанда ата-әсәһе Башҡортостанға Татлы ҡаласығына ҡайта. Өс йылдан һуң Межьгорье ҡалаһына күсеп йәшәй башлайҙар. Кескәй ҡыҙ бында балалар баҡсаһына йөрөй, башланғыс һәм урта белемде лә ошонда ала. Йыр-моңға, сәнғәткә битараф булмаған ҡыҙҙарын  Фазыловтар сәнғәт мәктәбенә бирә.  8 йыл пианинола уйнау серҙәрен өйрәнә. Ололар оҫта итеп музыка ҡоралында уйнаған үҫмергә сәнғәт тормошон күҙаллай. Әммә Айгөл мәктәпте бөтөргәс, БДУ–ның “Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге” факультетында “Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм технологияһы” профиле буйынса уҡырға инә. Студент йылдарында тормош иптәше Венер Фәттәхов менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәш ғаилә тәүҙә Өфөлә төпләнә. 2007 йылда Венер Мөхтәр улы  йүнәлтмә буйынса Архангел районына ебәрелгәс, улар район үҙәгенә ҡайта. Ата-әсәләре лә ейәндәрен ҡарашырға тип улар артынан эйәрә.

Әүҙем, тынғыһыҙ Айгөл бала ҡарап ултырған сағында  тормош ығы-зығыһынан бушап, үҙенә, үҫешенә лә ваҡыт табып, бәхетле ҡатын-ҡыҙ булып йәшәргә ынтыла. Улдары Таһир  үҫкәс, йәш әсә Рәсәй Пенсия фондының райондағы бүлексәһенә эшкә сыға һәм унда 2016 йылға тиклем хеҙмәт итә.

— Пенсия фондында эшләү миңә тик файҙаға ғына булды. Кешеләр, коллектив менән эшләргә, һәр кемде ишетә, аңлай, тыныслыҡ һаҡлап ҡала белергә, сабырлыҡҡа өйрәтте. Ғөмүмән, яҡшы тормош мәктәбен үттем унда, шуға рәхмәтлемен. Ильяс улым тыуғас, киләһе декрет ялдарында Сиель (CIEL) кампанияһы продукциялары менән ҡыҙыҡһына башланым. Юғары уҡыу йортонда уҡ таныш ине ул миңә. Өйҙә ултырғас, нимә менәндер шөғөлләнергә кәрәк бит инде. Берәүҙәр аш-һыу, бәйләм, икенселәр һүрәт төшөрөү һәм башҡалар менән мауыҡһа, минең күңелем ошо тармаҡҡа ятты. Башта үҙемә, ғаиләмә кәрәк-яраҡтар алғыланым, аҙаҡ таныштарым һорай башлағас, тауарҙарҙы ныҡлап өйрәнеп, ситтән тороп эшләүҙең серҙәренә төшөнөп, матурлыҡ, йәшлекте һаҡлап ҡалыу, сәләмәтлек юлында  тәүге аҙымдарымды яһаным. Ошо осорҙа ваҡытымды ҡәҙерләргә, уңышлы булырға, үҙемде үҫтерергә өйрәндем. Әйтергә кәрәк, был шөғөл миңә оҡшай һәм ул ярайһы уҡ яҡшы килем дә килтерә.

Беҙгә һыу, һауа, йылылыҡ нисек кәрәк булһа, матурлыҡ, һаулыҡ та шулай кәрәк. Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаки сафландыра. Күңеле яҡты, һаулығы яҡшы булған кеше быларҙың барыһынан да йәм таба, матурлыҡ күрә.

Киләсәгемде нәфислек өлкәһенән башҡа күҙ алдына килтерә алмауымды аңлағас, үҙемде тотошлай матурлыҡ индустрияһына бағышларға ҡарар иттем.

Ҡатын-ҡыҙ — матурлыҡ, нәзәкәтлек өлгөһө. Үҙенең төҫ-ҡиәфәтенә, сәләмәтлегенә иғтибар иткән ҡупшы, бөхтә, тәмле һәм шул уҡ мәлдә тыйнаҡ хушбуйлы ханымдар, ҡыҙҙар йәшәүгә йәм, гүзәллек бүләк итә. Ирҙәргә лә бит матур кейенгән, биҙәнеп-төҙәнгән ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай. Шуға күрә ирҙәргә әйтер һүҙем бар, үҙегеҙҙең гүзәл заттарығыҙға аҡса һәм ваҡыт  йәлләмәгеҙ. Бөгөн йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ юҡ. Һәр кем теләге булғанда сибәр була ала. Тик һеҙгә береһе лә: “Әйҙә шуны эшлә, әйҙә шундай бул”, — тип әйтмәйәсәк. Әйтһәләр һеҙ быны кәмһетеү кеүек ҡабул итәсәкһегеҙ. Теләк үҙегеҙҙән сығырға тейеш. Йыйналығыҙ һәм алға!  Ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙе рухландыра. Ғаиләләге кәйеф тә ҡатын-ҡыҙҙың күңел торошона бәйле — уның күҙҙәре нурлы икән, ғаилә бәхетле, ҡәнәғәт.

Кешеләр менән эшләгәндә төрлө хәлдәр була. Кемдер:”Һинең эшмәкәрлегең оҙаҡҡа бармай”, “Продукцияғыҙ маҡтарлыҡ түгел” һәм башҡа фекерҙәрен еткерһәләр ҙә, мине күтәргән, илһамландырған, рәхмәт, маҡтау  һүҙҙәрен әйткәндәр ҙә бихисап.  Икенселәре дәртләндерәләр ҙә инде.

Йәсминә ҡыҙым менән өйҙә ултырғанда мәшғүллек үҙәге “Косметика һәм эстетика” тип аталған курс буйынса һөнәр алыуҙы тәҡдим иткәс, шатланып ризалаштым, сөнки биткә массаж, төрлө маскалар һәм башҡа матурлыҡ процедураларын яһарға өйрәнергә кәрәк тип уйлап йөрөй инем. Уҡып сыҡҡас, тормош иптәшем, әхирәттәрем, ата-әсәйем  ярҙамы менән эшемде башлап ебәрҙем. Башта, әлбиттә, тулҡынландым, ҡурҡытылды ла. Тәүге клиенттарыма рәхмәт, тәжрибәм булмаһа ла улар миңә ышанды.

Бөгөн мин матурлыҡ индустрияһында ҡайнаған тәжрибәле белгес. Бер килгән кешеләрем ҡабаттан яҙыла, яңылары ла байтаҡ.  Уларҙың ҡәнәғәт булыуҙары мине бәхетле итә. Үҙеңдең матур, ҡараулы икәнлегеңде аңлау  кәйефте күтәрә. Ә кәйефе яҡшы саҡта кеше алама уйҙа була алмай. Унан мөхәббәт энергияһы бөркөлә. Күркәмлек  өсөн ваҡыт бүлә белеү, аҡса сарыф итә белеү ҙә мөһим нәмә.

 Массаж эшләгәндә ял иткән, бит тиреһе  ҡаралған гүзәл заттар бәхеттән балҡый, уларҙың сәләмәтлеге нығына. Ә ҡатын-ҡыҙ бәхеттән балҡығанда уның яҡындарына ла яҡшы. Башта әйтелгәндәргә ҡайтып, ҡабатлайым — әгәр ҙә “Үҙемә ваҡытым юҡ”, тибеҙ икән, тимәк, үҙ бәхетебеҙгә, сибәрлегебеҙгә, һаулығыбыҙға һәм яҡындарыбыҙҙың күңел торошона ла төкөрөп ҡарайбыҙ тигән һүҙ. Ә инде үҙебеҙ өсөн мөһим түгелбеҙ икән, башҡалар өсөн мөһим булыуыбыҙға өмөтләнмәйек тә. Шуға күрә ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, хатта бәләкәй ҡыҙҙар үҙегеҙҙе яратығыҙ, һәр саҡ матур, сәләмәт булығыҙ! — тип үҙенең яратҡан эше һәм матурлыҡ тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Айгөл ханым.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: