Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 16:14

Cәсеүлектәр һынала

 Баҫыу эшсәндәре һәм ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйләнештә булған һөнәр эйәләре өсөн ҡыҙыу осор дауам итә.

Cәсеүлектәр һынала
Cәсеүлектәр һынала

Баҫыу эшсәндәре һәм ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйләнештә булған һөнәр эйәләре өсөн ҡыҙыу осор дауам итә.

“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының БР буйынса филиалының район-ара бүлеге белгестәре район мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре менән берлектә иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен тикшерҙе.  

 Апробацияның маҡсаты — сәсеүлектәрҙең сорт таҙалығын йәки үҫемлектәрҙең типиклығын раҫлау. Белгестәр баҫыуға хужалыҡтарҙың  заявкаһы буйынса сыҡты. Улар махсус алымдарҙы ҡулланып, зарарлы ҡоротҡостарҙы анализлау өсөн үҫемлектәрҙе һайлап алды, баҫыуҙа ҡый үләндәренең һәм сит культуралар ҡушылмаларының булыу-булмауын билдәләне.

Һанап үтелгән эш төрҙәрен башҡарғандан һуң, апробатор һынау актының тейешле пункттарын тултырып,  сортлы сәсеүлектәрҙе теркәү актын әҙерләне. Әлеге ваҡытта районда 1548 гектарҙа — “Инйәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, “Кузнецов Ю.К.”, “Сабитов А.Х.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм “Үҙәк” МТС-ының Архангел бүлексәһе сәсеүлектәрендә һынау ойошторолдо.

Район мәғлүмәт-консультация үҙәге тәҡдиме буйынса, район хужалыҡтарында  иген культураларының ваҡытында алмаштырылыуы үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. “Сабитов А.Х.”  крәҫтиән-фермер хужалығында “Саша” сортындағы арпа һәр гектарҙан 45 центнер, “Инйәр” ЯСЙ-ның Үрге Ырныҡшы ауылы янындағы яланда сәселгән “Конкур” сортындағы һоло гектарынан 50 центнер самаһы уңыш биргән. “Үҙәк” МТС-ында “Московская —56” сортлы ужым бойҙайының айырым баҫыуҙары сәсеүлектәрҙең һәр гектарынан 54 центнер ашлыҡ биргән.

Фәнил Ғәлиев,

район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агроном-консультанты.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: