Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 16:24

Һалым буйынса бурыстар мөлкәтте юғалтыу менән янай!

Республикала һалымдарҙы ваҡытында түләмәгән бурыслылар буйынса һалым хеҙмәте һәм суд приставтары хеҙмәтенең берлектәге рейдтары дауам итә.

Һалым буйынса бурыстар мөлкәтте юғалтыу менән янай!
Һалым буйынса бурыстар мөлкәтте юғалтыу менән янай!

Республикала һалымдарҙы ваҡытында түләмәгән бурыслылар буйынса һалым хеҙмәте һәм суд приставтары хеҙмәтенең берлектәге рейдтары дауам итә. Рейдтар барышында бурыслыларҙың аҡсаһын, мөлкәтен тартып алыу, транспортын махсуслаштырылған туҡталҡаға эвакуациялау ҡаралған.

2022 йылдың июленән дөйөм суммаһы 414 миллион һумлыҡ 978 күсмә һәм күсемһеҙ милек объекты ҡулға алынған.  Бурыслыларға автомобилдәре менән дә хушлашырға тура килгән. Рейдтар барышында хөкүмәт ҡаҙнаһына 138 миллион һум түләтелгән. Дәүләт менән иҫәпләшә алмаған бурыслыларҙың мөлкәте һатыла, ә һатыуҙан килгән аҡса бурыстарҙы ҡаплау иҫәбенә йүнәлтелә. Рейдтар республика ҡала һәм райондарында 2022 йылдың аҙағына тиклем уҙғарыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, граждандар һалым түләүҙе ни тиклем һуңға ҡалдырһа, уға шунса күберәк түләргә тура киләсәк. Сөнки пенялар ҙа, дәүләт пошлинаһы ла, башҡарыу йыйымы ла көн һайын арта бара.

Ваҡытығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы сарыф итмәгеҙ —  һалымдарҙы ваҡытында түләгеҙ! Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында, дәүләт хеҙмәттәре порталында, банктың йәки почтаның теләһә ниндәй бүлексәһендә эшләргә мөмкин.

Рәсәй Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 4-се район-ара инспекцияһы.  

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: