Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 16:42

Тәүге уҡытыусым да, ғәзиз әсәйем дә

          Уҡытыусы... Был ҡәҙерле, бала саҡтан уҡ таныш һәм яҡын һүҙҙе әйткәндә, ирекһеҙҙән ҡыңғыраулы мәктәп йылдары иҫкә төшә.   

Тәүге уҡытыусым да, ғәзиз әсәйем дә
Тәүге уҡытыусым да, ғәзиз әсәйем дә

                    Уҡытыусым, шундай наҙлап,

                    Ҡараның күҙҙәремә.

                    Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

                    Бәләкәс йөрәгемә.

   Уҡытыусы...  Был ҡәҙерле, бала саҡтан уҡ таныш һәм яҡын һүҙҙе әйткәндә, ирекһеҙҙән ҡыңғыраулы мәктәп йылдары иҫкә төшә. Күпме һынауҙар үтәһең, күпме шатлыҡлы хистәр кисерәһең. Уның мөләйем йөҙөнә, сабыр ҡарашына, кешелеклелегенә һоҡланаһың. Күҙҙәренән күңеленең яҡтылығы нур булып ағыла, йомшаҡ, яғымлы тауышы менән мөғжизәле белем иленә алып китә.

     Ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә булған тәүге уҡытыусым Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы Юламанова хаҡында аҡ ҡағыҙға теҙер һүҙҙәрем.

Гүзәл тәбиғәтле  Ғафури районының  Ҡауарҙы  ауылында  1947 йылдың  сағыу август айында  донъяға килә. Ғаиләлә дүртенсе, ә һуғыштан тыуған беренсе бала була. Атаһы һуғышҡа киткәндә, әсәһе өс бала менән тороп ҡала. Бәләкәйҙән үк һөймәлекле бала булып үҫә әсәйем. Ете йәше тулғас, Ҡауарҙы урта мәктәбенең беренсе синыфына уҡырға төшә һәм урта мәктәпте  уңышлы тамамлай. Тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән менән синыфташтары араһында ла айырылып тора. Өс айлыҡ һатыусылар курсын тик яҡшы билдәләргә генә  тамамлағандан һуң, уны район үҙәгендәге  универмагтың балалар бүлегенә һатыусы итеп тәғәйенләйҙәр, йыл ярым шунда эшләй. Олатайым уны уҡытыусы итеп күрергә теләй. Әсәйемдең дә маҡсаты — юғары уҡыу йортона инеп, белем алып, яратҡан һөнәргә эйә булыу.  Күп тә үтмәй Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты булып китә.

1968 йылда Убалар башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Һуңынан Ҡауарҙы урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерелә. Шулай ете йыл дауамында Ҡауарҙынан Убаларға, Убаларҙан Ҡауарҙыға ҡуйы урман аша йәйәү йөрөп эшләргә тура килә уға. 1975 йылда Убалар башланғыс мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә.

Ауылда үткәрелгән бөтә саралар уҡытыусы  ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Уҡыусылар менән төрлө байрамдарға концерттар әҙерләү, агитатор булараҡ, әңгәмәләр үткәреү, мал, кеше иҫәбен алыу, һайлау ваҡытында исемлектәр төҙөү, бьюллетендәрен тултырыу — былар барыһы ла уҡытыусы иңендә. Етмәһә, халыҡ заседателе итеп тә һайлана. Ул ваҡытта ауылда юғары белемле берҙән–бер уҡытыусы була. Уның тырышлығын күреп, партия сафына ҡабул итәләр һәм политдәрестәр үткәреүҙе йөкмәтәләр.

  Балалар һаны бер аҙ кәмей төшкәнгәме, өс класта бер үҙенә эшләргә лә тура килә уға. Өс класс менән менән бергә дәрес алып барыуы ауыр булһа ла, яратҡан эшенән бер ҙә зарланмай, балаларға төплө белем бирергә  бар көсө сарыф итә, уларҙы илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләргә тырыша.

    Йылдар артынан йылдар үтә. Мәктәп бинаһы ла иҫкерә. Яңы мәктәп төҙөү кәрәклеге килеп тыуа. Уның тырышлығы менән  1986 йылда дүрт бүлмәле яңы бина ҡалҡып сыға. Бүлмәләр яҡты, иркен, зауыҡ менән йыһазландырыла. Леспромхоз директоры   И.А. Слок ҙур ярҙам күрһәтә. Хәҙер инде мәктәптә ике уҡытыусы. Әминә Хәйҙәр ҡыҙы менән дәртләнеп, иртәнән кискә тиклем эш менән мәшғүл булалар.  1988 йылда мәктәп тулы булмаған урта, 1991 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Күрше Ҡауарҙы урта мәктәбенә көн һайын йәйәү йөрөп уҡыған юғары класс уҡыусыларының хыялы тормошҡа аша. Уҡыусылар үҙ ауылдарында белем ала башлай.

        Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен. Тел серҙәренә төшөнөргә, уның матурлығына һоҡланырға, бар нескәлектәрен белергә өйрәндем. Һәр бер дәрес уйланылған, бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс булды. Уҡыу әсбаптарын, күргәҙмә  материалдарҙы урынлы файҙаланып, халыҡ педагогикаһына таянып үткәргән дәрестәре фәнгә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, фекерҙе байытты, зиһенде үҫтерҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла зауыҡ менән биҙәлгәйне. Тыуған крайҙы өйрәнеү буйынса ла ҙур эш алып барҙы, этнографик музей ойоштороуға күп көс һалды, ижад түңәрәге асып, уға балаларҙы ла йәлеп итте. Ауыл, мәктәп тарихын, шәжәрәне өйрәнеү, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тормошо тураһында мәғлүмәттәр туплап, альбомдар төҙөү, боронғо ҡомартҡыларҙы йыйыу, стендтар сығарыу, уҡыусыларҙы эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү, район кимәлендә үткәрелгән конференцияларҙа ҡатнашып, сығыш яһауҙары күп нәмә хаҡында һөйләй, эҙләнеү эштәре һәйбәт баһалана. Уның уҡытҡан уҡыусылары-төрлө һөнәр эйәләре: уҡытыусылар, табиптар, төҙөүселәр, шоферҙар, тырыш эшселәр.

Әсәйем үҙ белемен камиллаштырыу өҫтөндә лә ныҡышмалы эшләй, семинарҙарҙа, конференцияларҙа сығыш яһай, курстарҙа  квалификацияһын күтәрә,уҡытыусы булараҡ та, етәксе булараҡ та юғары категорияға эйә.Уның эшләгән эштәре райондың, мәғариф бүлегенең, мәғариф министрлығының бихисап маҡтау грамоталары, рәхмәт ҡағыҙҙары менән баһалана. Күкрәген «Хеҙмәт ветераны» миҙалы биҙәй. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн « Мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

   Тәүге уҡытыусым да ул минең,һөйөклө әсәйем дә. Атайым менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым утыҙ биш йәшендә генә фажиғәле һәләк була. Өсөбөҙҙө ел-ямғырға тейҙермәй ҡарап үҫтерә,юғары белем алырға ярҙам итә. Уның аҡыллы кәңәштәре беҙгә илһамланып эшләргә көс бирә.Һәр саҡ хәлдәребеҙҙе һорашып,беҙҙе дәртләндерә,ҡанат ҡуя.

Әсәйем-шиғри күңелле кеше,шиғырҙар ижад итә, хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ хәрәкәттә. Хәрәкәттә- бәрәкәт, ти ул. Дәртләнеп мал аҫырай, ҡош-ҡорт тәрбиәләй.Өйҙә һәр саҡ бөхтәлек,тәҙрә төптәрендә гөлдәре шау сәскәгә күмелгән. Буш ваҡыттарында ойоҡ, ойоҡбаштар бәйләй,сигеү сигә,ырғаҡ менән бәйләргә лә әүәҫ. Балаларыбыҙҙың яратҡан өләсәһе лә ул. Ейән-ейәнсәрҙәренә бәхеттәр теләп, уларға ҡарап һоҡланып: “Баланың балаһы балдан да татлы ул”,-ти.

Ғүмеренең утыҙ ете йылын уҡытыу эшенә, шуның егерме һигеҙ йылын етәкселек итеүгә бағышлаған тәүге уҡытыусыма, ғәзиздәрҙән-ғәзиз, изге күңелле әсәйемә оҙон ғүмер, ҡоростай сәләмәтлек, бәхет, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ- ҡыуаныстарын күреп, беҙҙе шулай һоҡландырып йәшәүен теләйем.     

Гөлнур Латыпова. 

Максим Горький мәктәбе уҡытыусыһы.

  Фото — ғаилә архивынан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: