Инйәр
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 15:55

“Спортты һәр кем яратырға тейеш”

Физкультурниктар көнө — физкультура уҡытыусыларының һәм бар спорт һөйөүселәрҙең, уға бәйләнеше булғандарҙың һөнәри байрамы.

“Спортты һәр кем яратырға тейеш”
“Спортты һәр кем яратырға тейеш”

Физкультурниктар көнө — физкультура уҡытыусыларының һәм бар спорт һөйөүселәрҙең, уға бәйләнеше булғандарҙың һөнәри байрамы. Рәсәйҙә ул 1939 йылдан алып, августың икенсе шәмбеһендә билдәләнә. Быйыл байрам 13 авгусҡа тура килә.

Спорт —  сәләмәтлек сығанағы. Ул холоҡто нығыта, һәр кемгә көс һәм күтәренке кәйеф бирә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Тирәкле мәктәбендә 2019 йылдан бирле физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙе дәрестәренән һабаҡ биреүсе, “Бөркөт” спорт клубын алып барған Марсель Мәхмүт улы Ғилманов тап бына ошо тәғлимәт менән йәшәй, йәш быуынды тәрбиәләй. Ул бар булмышын балаларҙа спортҡа һөйөү уятыуға, сәләмәт тормош серҙәрен төшөндөрөүгә арнаған.

Марсель Мәхмүт улы 1984 йылда Тирәкле ауылында Вәрисә һәм Мәхмүт Ғилмановтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. 9-сы кластан һуң, артабан 1-се Архангел мәктәбендә белем ала. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында төрлө спорт бәйгеләрендә команда составында һәм шәхси ҡатнашып, уҡыу йортоноң данын яҡлай. 2006 — 2007 йылдарҙа Түбәнге Новгородта хәрби бурысын үтәй.  Әрменән ҡайтҡан йәш уҡытыусыны шунда уҡ район мәғариф бүлегенә хәүефһеҙлек техникаһы һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгес итеп эшкә  алалар. Ике йылдан, Казанка мәктәбенең директоры  вазифаһына тәғәйенләнә. Ошо йүнәлештә 6 йыл  тир түккән мәлендә М.Ғилманов үҙен яуаплы, намыҫлы һәм талапсан етәксе, һәләтле мөғәллим  тип таныта.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса ир-уҙаманға эш урынын алмаштырырға ла тура килә.   Марсель һәр ерҙә тырыш, ғәҙел, ә иң мөһиме яуаплы булыуын ташламай. Был кешелек сифаттары уға һәр ҡайҙа ла юлдаш була. Дүрт йыл Өфө ҡалаһында юл төҙөү-ремонтлау тармағында мастер дәрәжәһен үтәй, үҙ бурыстарын теүәл башҡарған, барыһы менән дә уртаҡ тел таба белгән, баҫалҡы хеҙмәткәрҙең абруйы бында ла тиҙ үҫә. Марсель Мәхмүт улы бәлки артабан да ошонда ҡалыр ине, тик ауыл ерлеген, уҡытыу-тәрбиә, тынғыһыҙ йәмәғәт тормошон юҡһынған күңеле районға тарта. Бәхеткә ҡаршы, 2019 йылда мәғариф бүлеге уны тиҙ рәүештә эшкә саҡыра. Ҡайтҡас, ярты йыл бүлектә хужалыҡ эштәре буйынса идара итә.

Мәктәп, балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, улар менән ҡайнау — йәшәүенең мәғәнәһе икәнлеген нығыраҡ төшөнгән егет физкультура уҡытыусыһына уҡып сыға һәм артабан үҙен спорт менән бәйләй. 2019 йылдан бөгөнгә ҡәҙәр  тыуған белем усағында ең һыҙғанып тир түгә.

— Үҫмер сағымдан уҡ үҙемдең буласаҡ һөнәремде күҙаллағайным инде. Йәштән саңғы, еңел атлетика, футбол менән ихлас мауыҡтым. Тирәкле мәктәбе уҡыусылары электән үк әүҙем, етеҙ һәм сыҙамлылар.

Район, төбәк-ара, республика, Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрҙә ҡатнашып торабыҙ, еңеүҙәр менән ҡайтабыҙ. Бына әле Туризм үҙәге ойошторған Әй йылғаһанан һал менән ағыу республика конкурсында ҡатнашып йөрөбөҙ. 10 бала алып килдем. 150 саҡрым ағасаҡбыҙ.

Былтырғы уҡыу йылында ҡыҙҙар командаһы республика мини-футбол ярышында 3-сө урынға лайыҡ булды. Яңыраҡ “Хәүефһеҙлек мәктәбе”ндә (Туймазы районында) 52 команда араһында 10-сы урынға сыҡтыҡ, шулай уҡ Саҡмағош районында уҙғарылған туристик фестивалдә  5-сене яуланыҡ (22 команда ҡатнашты), “Футбол мәктәпкә” Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабында тәүге баҫҡысҡа сығыуыбыҙ уғата ҡыуандырҙы, ғорурландырҙы.  Һанай китһәң, еңеүҙәребеҙҙең иҫәбе бихисап.

Элекке заман менән сағыштырғанда, хәҙерге балаларҙың һаулығы маҡтанырлыҡ түгел, төп сәбәбе — балалар аҙ хәрәкәтләнә, тәбиғәттең торошо ла мөшкөл. Үҫмерҙәр көслө булһын өсөн унда бәләкәйҙән үк спортҡа, сәләмәт тормош рәүешенә һөйөү тәрбиәләү зарур. Дәрестә, мәктәптән тыш сараларҙа, ярыштарҙа уҡыусыларға үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирергә кәрәк. Йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү буйынса  эште тағы ла дәртләндереү мөһим. Спортты һәр кем яратырға тейеш. Мин ошо йүнәлеште хуплап, уның буйынса эшмәкәрлек итәм дә инде. Киләсәктә йәштәр һаулыҡтарына иғтибарлы булһындар, насар ғәҙәттәргә юлыҡмаһындар, — тип һөйләп ишеттерҙе талапсан уҡытыусы.

Әйткәндәй, 2021 йылда Марсель Мәхмүт улы физкультура уҡытыусылары араһындағы конкурста "Мәктәп спорт клубтарының иң яҡшы етәксеһе" номинацияһында ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә һәм Бөтә Рәсәй этабына үтә. 

Дилара Бәҙретдинова.

А.Ғилманова тарафынан ебәрелгән фото.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: