Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 15:45

“Өлгәшелгән уңыштарым өсөн инәйемә рәхмәтлемен”

Төҙөүселәр көнө — төҙөлөш тармағында тир түккән һәр кешенең байрамы.

“Өлгәшелгән уңыштарым өсөн инәйемә рәхмәтлемен”
“Өлгәшелгән уңыштарым өсөн инәйемә рәхмәтлемен”

Төҙөүселәр көнө — төҙөлөш тармағында тир түккән һәр кешенең байрамы. Уны теләһә ниндәй бинаны проектлауға, күтәреүгә, ремонтлауға һәм уны хеҙмәтләндереүгә бәйләнеше булған инженерҙар, проектсылар, монтажниктар, ташсы, штукатурсы, буяусы, төҙөүсе, бригадирҙар, материалдар, хеҙмәтләндереүҙәр менән тәьмин итеүсе ярҙамсы ойошмалар һәм башҡалар  байрам итә. Иҫтәлекле дата йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. 2022 йылда ул 14 августа, 67-се тапҡыр уҙғарыла.

Байрамдың тарихы 1955 йылдың 6 сентябренән башлана. Тап ошо мәл СССР Юғары Советының “Төҙөүселәр көнө”н тәғәйенләү тураһында исемле Указы сыға. Байрамды ойоштороу идеяһы Хрущёв Никита Сергеевичҡа Жигулёв ГЭС-ында булғандан һуң килә. 1956 йылдын 12 авгусында төҙөлөш тармағы эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын тәүге тапҡыр билдәләй. 2011 йылдан Төҙөүселәр көнө — федераль байрам статусын алды.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, хеҙмәт ветераны Мөнир Зөфәр улы Рәхмәтуллиндың исеме районда ғына түгел, республика һәм уның сиктәрендә лә яҡшы таныш. Ғәҙәттә,  әҙәм балаһының эшләгән изге эше, күтәрелеүе, үҫеүе иғтибарға алынып бармай. Ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, хәлле кеше нимәлер төҙөһә, хәйриәлек менән мауыҡһа  “Уның хәленән килә, әйҙә бирһен, эшләһен”,— тип әйткәндәр  бар арабыҙҙа. Ә уйлап ҡараһаң, хәлле кешеләрҙең барыһы ла тыуған еренә, ауылдаштарына ярҙам итергә ашҡынып тормай бит әле. Тик бар йөрәктән яҡташтарының хәстәрен, нимә менән йәшәгәнен белгән, тойған, уларҙы яратҡан, хөрмәт иткәндәр генә яҡшылыҡ ҡылырға әҙер. Ҡыҫынды ауылында тыуып-үҫкән Мөнир Зөфәр улы ла тап бына шундай шәхестәрҙең береһе.  Ул ишле ғаиләлә тәрбиәләнә, 6 сабый араһында икенсе була. Ябай ауыл малайы   тиҫтерҙәре кеүек ил күргәнен күреп,  тормош ауырлыҡтарын иңендә татып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, тырышлығы, үҙ һүҙлелеге менән билдәле шәхес дәрәжәһенә тиклем үҫешә. Әйтеүе, яҙыуы ғына еңел, ә күпме кисерештәр, уңыштар, аяҡ салыуҙар, бар көсөңдө йыйып яңынан тороп баҫыуҙар — быларҙы Мөнир ағай тик үҙе генә белә.

Төҙөлөш тармағындағы эшмәкәрлеге 1976 йылдан башлана. Ҡыҙыл Еҙем мәктәбен тамамлаған үҫмер Салауат ҡалаһының 7-се төҙөлөш училищеһына слесарь-монтажник һөнәренә уҡырға инә. Бәләкәйҙән ағас менән эш итергә, төҙөү-йүнәтеү менән мәж килергә яратҡан егет бында килгәс, төҙөүсе һөнәренең нескәлектәрен мауығып өйрәнә башлай, тырышып уҡый. Уҡытыусы-мастерҙар уның лидерлыҡ сифаттарын шунда уҡ күреп, яуаплы күрһәтмәләр, ойоштороу эштәрен йөкмәтә башлай. Барыһына ла өлгөрә ул — “гранит тауҙарын кимерергә”  лә, йәмәғәт сараларына ла. 

Тәжрибә үтәр өсөн училищенан 32 егет комсомол йүнәлтмәһе менән “Тольяттиазот” заводына оҙатыла. Ошо йылдарҙа Тольяттиҙа Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөшө иғлан ителгән була. Шуға күрә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йәштәр күпләп ағыла. Тәжрибә үткәндә М.Рәхмәтуллин  үҙенең алдынғы, тырыш һәм һәләтле монтажсы булыуын иҫбатлай. Имтихандарҙы тапшырғандан һуң, уға 4-се разряд бирелә. Артабан Германияла хәрби бурысын үтәй.  Взод командиры урынбаҫары, старшина урынбаҫары дәрәжәһендә хеҙмәт итеп, өлкән сержантҡаса барып етә.  Тыуған еренә ҡайтыу менән 1980 йылдың ҡышында Тольятти политехник институтының әҙерлек курсына  уҡырға инә. Йәйгеһен яҡшы һөҙөмтәләр менән киске курс студенты булыу бәхетенә ирешә. Бер ыңғайҙан “МинМонтажСпецстрой СССР” тресында монтажсы булып хеҙмәт юлын  алып бара. Бер нисә йыл ҡырҙа йәшәгәндән һуң, Мөнир Зөфәр улы ғаиләле булып Башҡортостанға ҡайта.

Өфөгә килгәс  хеҙмәт юлын 3-сө төҙөлөш тресында 5-се разрядлы монтажсы булып башлап ебәрә. Тәжрибәле, һәләтле һәм иң мөһиме алдынғы ҡарашлы хеҙмәткәрҙәр һәр ерҙә лә ҡуш ҡуллап ҡаршы алына. М.Рәхмәтуллин да яңы эш урынында тиҙ арала абруй ҡаҙана. 1984 йылда ул Өфө нефть институтының төҙөлөш факультетының “Сәнәғәт һәм граждан объекттары төҙөлөшө” йүнәлеше буйынса белемен камиллаштыра.

Треста йәштәр күп. Комсомол тәрбиәһен үткән ҡыйыу, намыҫлы егет-ҡыҙҙар ең һыҙғанып ҡалалар төҙөй. Совет осорондағы бер йырҙағыса: “Ҡыйыулыҡ ҡалалар яулай. Ҡыйыулыҡ ҡалалар һала!” Төҙөүсе һөнәре ауыр булһа ла, изге, сөнки улар илде нығыта, яңынан-яңы объекттар төҙөү менән бер рәттән, халыҡ тормошо еңеләйә, көнкүреш шарттары яҡшыра. Тәбиғәттең ниндәй шарттарында ла төҙөүсе эше бер ваҡытта ла туҡтамай. Бөгөн ярай заманса техника һәм башҡалар ҡатмарлы хеҙмәтте еңеләйтә, ә 80-се йылдарҙа бит күберәк ҡул көсө ҡулланыла.  

“Итексе — итекһеҙ”, тигән әйтем тормоштан алынған.  Трест төҙөүселәре үҙҙәре бынамын тигән “хан йорттарын” һалһалар ҙа,  байтағының үҙ фатирҙары булмай. Быны яҡшы аңлаған Мөнир Зөфәр улы йыйылыштарҙың береһендә йәштәр өсөн төҙөлөш участогын булдырыу һәм фатир менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡуҙғата. Уның тәҡдимен күпселек күтәреп ала. Аҙмы-күпме ваҡыттан төҙөүселәр өсөн йорттар һалына башлай һәм ошо  арҡала  улар торлаҡлы була.

1987 йыл ир-уҙаманды мастер, аҙаҡ прораб итеп тәғәйенләйҙәр. Трест идараһының начальник урынбаҫары, профком ойошмаһының рәйесе вазифаларын да үтәй. 1988 йылда ул отличник билдәләренең тулы кавалеры. Өфө ҡалаһының Үҙәк баҙарындағы стеллала уның фоторәсеме Маҡтау таҡтаһында эленеп тора.  2009 йылда “Волга буйы федераль округының иң яҡшы кешеләренең маҡтау китабы”нда райондашыбыҙҙың исем-шәрифтәре, башҡарған эштәре тураһында мәғлүмәттәр теркәлә. 10 йылдан артыҡ Мөнир Рәхмәтуллин “Архангел яҡташлығы” ойошмаһын етәкләй.

— Ышаныс менән тәҡдим ителгән барлыҡ вазифаларға юл бала саҡтан уҡ, йәмәғәтселек эшенең уртаһында булыуҙан башланғандыр инде. Юғары дәрәжәләргә бер ваҡыт та ла атлығып торманым, мөмкинлектәремде баһалап күтәрҙеләр, үрләттеләр, яуаплы эш ҡуштылар, ә мин уны үтәй алырымды күңелем менән тойомлап, күрһәтелгән ышанысты тағы ла дәртләнеберәк аҡларға тотона инем.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы билдәле ваҡиғаларҙан һуң ил хужалығының бар тармаҡтары тиерлек таралып-тарҡалып бөткәндә, әлбиттә, беҙҙең ойошмаға ла еңел булманы. Бай тарихлы, оло хөрмәткә лайыҡ булған трест коллективы һынауҙарҙы бирешмәйенсә еңеп килде.

1993 йылда төҙөлөш  йүнәлешен дауам итеп, үҙемдең  “РегионСтрой” тип аталған кесе предприятиемды астым. Башта, әлбиттә, ҡыйынлыҡтар күп булды. Бер-бер артлы килгән көрсөк күп төҙөлөш ойошмаларының бәкәленә һуҡты. Ете юл сатында ыжғыр елдәргә һыр бирмәй баҫып торған имән кеүек, беҙ ҙә заман елдәренә бирешмәнек. Республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарында, башҡа өлкәләргә сығып та  торлаҡ йорттар, социаль-мәҙәни объекттар төҙөүҙе уңышлы һәм ырамлы дауам иттек. Ауыр шарттарҙа ла коллективты һаҡлап ҡала алдыҡ. Етәксе булараҡ, был бурысты бер ваҡытта ла күҙ уңынан төшөрмәнем.

2003 йылда Архангелдән Ҡыҙыл Еҙем колхозы рәйесе Алексей Барышев менән Дамира Йәғәфәр ҡыҙы Мостафина минең янға килде. Яҡташтарым менән осрашып, аралашҡандан һуң, Ҡыҙыл Еҙемдә балалар баҡсаһы һәм фельдшер пункты өсөн бина төҙөргә, тигән ҡарарға килдек. Барлыҡ төҙөлөш эштәрен үҙ аҡсама башҡарҙым. Ошо ваҡиғанан һуң Оҙондар, Баҡалды мәктәбен һәм балалар баҡсаһын реконструкциялауҙа,  Заряла мәктәпте, балалар баҡсаһын, китапхана, фельдшер пунктын үҙ эсенә алған социаль үҙәк, Максим Горькийҙа ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт, Абҙанда клуб, Убаларҙа мәктәп, Успенкала эленмәле күпер төҙөү-ремонтлауҙа әүҙем ҡатнаштыҡ.  Бүленгән бюджет аҡсаларынан тыш, үҙем дә матди ярҙам күрһәттем. Тыуған ауылым Ҡыҫындыны ла мәхрүм итмәнем. Унда мәҙәниәт усағы, балалар баҡсаһы, китапхана өсөн бина төҙөттөм. Мәктәптең спорт залын да үҙ өҫтөмә алдым. Мәсеттәр һалыу — үҙе изге ғәмәл. Бөгөн “Урман” кафеһы биләмәһендә, ғаиләм менән йәшәгән Нуғай ҡасабаһында ла мәсет һалыу менән мәшғүлмен. Барыһын да һанап бөтөрлөк түгел.

Маҡтанып әйтмәйем, яҡташтарыма ярҙам итеү, халыҡтың хәленә кереү  — булмышымдан. Инәйебеҙ Фәриҙә Ғәлиәскәр ҡыҙы  беҙҙең барыбыҙҙы ла шулай тәрбиәләне. Бөгөн уға — 89 йәш. Әле булһа  беребеҙҙе лә күҙ уңынан сығармай хәлдәребеҙҙе, эштәребеҙҙең барышын һорашып, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Барлыҡ уңыштарым, үрләгән үрҙәрем өсөн, иң беренсе сиратта уға рәхмәтлемен. Тормош иптәшем Фәнүзә Ишмырҙа ҡыҙы менән Айһылыу һәм Вил исемле балалар үҫтерҙек. Улар менән ғорурланабыҙ. Бөгөн ҡыҙыбыҙ ғаиләһе менән Канадала йәшәй, үҙҙәренең лайыҡлы эштәре бар. Улыбыҙ киленебеҙ менән районыбыҙҙағы “Инйәр” турбазаһын үҫтерәләр, Өфөлә  донъя көтәләр.

Төҙөлөштән башҡа ауыл хужалығы тармағында ла үҙ көсөбөҙҙө һынайбыҙ. Иген үҫтереп, мал үрсетеп урындағы халыҡҡа эш ере булдырырға тырышам,  — тип эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте маҡтаулы яҡташыбыҙ.

 Дилара Янбаева.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: