Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 15:40

“Баҫыу көнө — 2022”

Йылдың тәүге “Баҫыу көнө — 2022” ошоға тиклем Урал аръяғының 12 районы өсөн Ейәнсура районында ойошторолғайны.

“Баҫыу көнө — 2022”
“Баҫыу көнө — 2022”

Йылдың тәүге “Баҫыу көнө — 2022” ошоға тиклем Урал аръяғының 12 районы өсөн Ейәнсура районында ойошторолғайны.

Әле республикала ужым иген культураларын йыйыу ҡыҙа бара, хужалыҡтар гектарынан 35 центнер ала. Был күрһәткес уҙған йылдарҙағынан күпкә юғарыраҡ. Әйтәйек, ужым культураларының уртаса уңышы гектарынан 2019 йылда – 21,5 центнер, 2020 йылда – 28 центнер , ә 2021 йылда ни бары 16,4 центнер тәшкил иткән. Йәғни былтырғы күрһәткестән ике тапҡыр артығыраҡ килеп сыға.

Үткән аҙнала Благовар районында “Баҫыу көнө” үткәрелде. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР Хөкүмәте, республиканың ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, муниципаль район хакимиәте башлыҡтары, фермерҙар, ауыл хужалығы ҡорамалдарын етештереүселәр, белгестәр ҡатнашты. Киң күләмле сараға республиканың  13 муниципаль төбәгенән, шул иҫәптән беҙҙең райондан вәкилдәре лә  йыйылды.  

Ауыл хужалығына арналған традицион сара  “Благоварский” тоҡомсолоҡ-ҡошсолоҡ заводында уҙғарылды. Семинарҙа ауыл хужалығы культураларын сәсеү һәм йыйып алыу стратегияһы, тармаҡ өсөн сығарылған яңы техника өлгөләре, шулай уҡ иген культураларының, селекция-орлоҡтарҙың иң яҡшы сорттары менән таныштырыу һәм башҡа файҙалы, әһәмиәтле фекер алышыуҙар, күргәҙмәләр булды.

— Яҡшы уңыш тәбиғәттән генә түгел. Беҙҙә минераль ашламалар файҙаланыу йылдан-йыл үҫә. Мәҫәлән, 2020 йылда аграрийҙар – 163 мең тонна, 2020 йылда – 185 мең тонна, 2022 йылда 205 мең тонна ашлама алған. Уның уңышҡа яҡшы йоғонто яһауын ғалимдар күптән иҫбатлаған. Бөгөн “Баҫыу көнө”ндә ҡайһы бер ашламаларҙы һынап ҡарарға, уларҙы етештереүселәр менән дә аралашыу мөмкинлеге бар, – тине Илшат Фәзрахманов.

Әйткәндәй, ашлама һатып алыуға республика бюджетынан субсидиялар бирелә, был аҡсаға сығымдарҙың 70 процентын ҡапларға мөмкин. 2020 йылда был маҡсатта 550 миллион һум аҡса бүленгән.

Илшат Фәзрахманов 2023 йылға ужым культураларын сәсеү башланыуын әйтте. Бында ла минераль ашлама талап ителә, һис юғында ямғырҙар яуыуы кәрәк. — Киләһе аҙнаға ямғыр вәғәҙәләйҙәр. Был ураҡты туҡтатһа ла, сәсеү эшенә ыңғай йоғонто яһай. Былтыр ямғырҙарҙы көтөп ала алманыҡ, эҫе, ҡоро тупраҡҡа сәсергә тура килде, – тине ул.

— Бөгөн, республиканың һәм бөтә Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы алдында илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытыу, техник һәм технологик модернизациялау, экспорт мөмкинлектәрен арттырыу һәм импортты алмаштырыу буйынса ҙур бурыстар торғанда, “Баҫыу көнө” кеүек саралар үткәреү айырыуса көнүҙәк. Был фәһемле белемдәр һәм тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, агросәнәғәт комплексының перспективаларын баһалау, мәсьәләләрҙе тикшереү, киләсәккә маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү өсөн бик яҡшы мөмкинлек, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты район хакимиәте урынбаҫары Азамат Нарбутин.

Дилара Янбаева.

И.Шәрәфетдинов тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: