Инйәр
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 16:05

Алһыу ҡаяларҙа булғанығыҙ бармы?

Белорет районының төнъяҡ-көнбайышында, Асы һәм Берештамаҡ ауылдары араһында алһыу төҫтәге мөһабәт ҡаялар урынлашҡан.

Алһыу ҡаяларҙа булғанығыҙ бармы?
Алһыу ҡаяларҙа булғанығыҙ бармы?

Белорет районының төнъяҡ-көнбайышында, Асы һәм Берештамаҡ ауылдары араһында алһыу төҫтәге мөһабәт ҡаялар урынлашҡан. Туристар араһында ул Алһыу ҡаялар булараҡ билдәле.

Инйәр йылғаһы буйлап шундай матур, хозур күренеш йәйелеп ята. Шуларҙың береһе — Алһыу ҡаялар. Халыҡ уны Ҡыҙылташ, Шәреташ тип тә атай. Йылғаның уң яғында аҡ шыршы һәм тау ҡарағайҙары үҫкән ҡая массивы ул. Ҡаяға алһыу төҫтө составында булған марганец тоҙо ятҡылығы  бирә, тип иҫәпләнһә лә, ул 2 миллиард йыл элек Рифей  диңгеҙендә тереклек иткән строматолит ылымыҡтарҙың ҡалдығынан барлыҡҡа килгән.  Диңгеҙ төбөндәге ылымыҡтар үлеп, һыу төбөндәге балсыҡ менән ҡушылғандар. Ҡороғас, төбө ҡатып, ҡыҙыл төҫтәге эзбизташ ҡатламдары барлыҡҡа килгән. Был тау тоҡомо лемезит, ә ябай халыҡ телендә ассы ташы тип атала икән. Иғтибарлы туристар әле булһа ла ылымыҡтарҙың эҙе ҡалған таштарҙы осрата.

Йәйге каникулдар мәлендә 2-се Архангел мәктәбенең 6 “Б” класы уҡыусылары класс етәкселәре Е.Соснина, туризм буйынса  инструктор О.Авотин, ата-әсәләр оҙатыуында Асы ауылы тарафтарында сәфәрҙә булды һәм Алһыу ҡаялар менән яҡындан танышты. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, бейек ҡая башына барыбыҙ ҙа үрләнек.  Үрҙән күргән матурлыҡты әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел, уны үҙ күҙең менән байҡарға кәрәк!

Алһыу ҡаялар янында минераль шишмәләр күп. Асы санаторийы тап улар нигеҙендә төҙөлгән дә инде. Әйткәндәй, “асы” һүҙе “әсе” тигәнде аңлата.  Элек урындағы халыҡҡа сөсө эсәр һыу табыу ҙур мәсьәлә һаналған, сөнки һыу бар ерҙә тоҙло булған.  Һуғыш ваҡытында әсе һыуҙы ҡайнатып, тоҙон Катав-Ивановский баҙарында һатҡандар.  Бөгөн шифалы һыу киң ҡулланыла.

Был яҡтарҙың тағы бер мөғжизәһе — Һилеғорғо йылғаһы —Елмерҙәк һыртынан баш алып, бәләкәй шарлауыҡ барлыҡҡа килтергән тау йылғаһы.

Сәфәребеҙ һуңында СССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың йорт-музейына экскурсия ҡылдыҡ. Мәшһүр шәхестең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актерҙың тыуған ауылында музейынан йыраҡ түгел уның бюсы ла ҡуйылған.  Музейҙа Асы ауылының тарихына һәм шунда тыуып үҫкән халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың бала сағына, ижадына арналған экспонаттар, Асы шифаханаһы тарихын сағылдырған материалдар тупланған. Мәҙәни усаҡ 1994 йылда асылған. Музей директоры Айһылыу исемле ханым беҙҙе һәр ҡомартҡы менән мауыҡтырғыс итеп таныштырҙы.

Көнөбөҙ  тәьҫораттарға бай булды. Арыһаҡ та күтәренке кәйеф менән ҡайтырға сыҡтыҡ.

Е.Соснина,

2-се Архангел мәктәбенең уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: