Инйәр
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 16:02

2,1 миллион һалым түләүсегә белешмәләр еткереләсәк

Башҡортостанда йыл һайын мөлкәт һалымдарын түләмәүселәр һаны кәмей.

2,1 миллион  һалым түләүсегә белешмәләр еткереләсәк
2,1 миллион һалым түләүсегә белешмәләр еткереләсәк

Башҡортостанда йыл һайын мөлкәт һалымдарын түләмәүселәр һаны кәмей. 2022 йыл башынан республикала бурыслыларҙың һаны 238 мең кешегә түбәнәйгән. Тәүге 6 айҙа бурыс күләме 652 млн. һумға йәки 23 процентҡа төшкән һәм 2,2 млрд. һум тәшкил итә.

2021 йылда республика ҡаҙнаһына физик шәхестәрҙән 5,3 млрд. һум аҡса килеүен билдәләп үтеү зарур.

Бөгөн һалым органдары 2021 йыл өсөн (түләү ваҡыты 2022 йылдың 1 декабренә тиклем булған) һалым иҫәпләүҙе тамамланы. Мөлкәт һалымының барлыҡ тупланған күләме 6,5 млрд. һум тәшкил итә. 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләү тураһындағы һалым белешмәләрен Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе  2,1 млн. кеше аласаҡ.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 4-се район ара-инспекцияһы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: