Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 07:04

Һеҙ булғанда таңдар тыныс

 28 май — илебеҙҙең һәр бер сик буйҙарын һаҡлаусыларҙың  байрамы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һеҙ булғанда таңдар тынысҺеҙ булғанда таңдар тыныс
Һеҙ булғанда таңдар тыныс

 28 май — илебеҙҙең һәр бер сик буйҙарын һаҡлаусыларҙың  байрамы. Был һөнәр эйәләре  Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал, наркотиктар менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү кеүек мөһим бурыстарҙы үтәй.

Кәүсәр Йәғәфәр улы Мортазин 1957 йылда Шакир ауылында Зәйтүнә Ғабдулла ҡыҙы һәм Йәғәфәр Шәрифулла улы Мортазиндар ғаиләһендә тыуа. Атаһы бик йәшләй үлеп ҡала. Инәләре дүрт баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Сәғит башланғыс мәктәбенән һуң, белемен  Валентиновкала дауам итә. Уҡыуға тырыш, сәмсел үҫмер уны уңышлы бөтөрә һәм Әлшәй районындағы Аксенов ауыл хужалығы техникумына юл тота. Бәләкәйҙән агроном һөнәрен үҙләштерергә  теләгән егет, ниһайәт, хыялын тормошҡа ашыра.

1976 йыл техникумды тамамларға дүрт ай ғына ҡалды тигәндә, уны Әлшәй хәрби комиссариаты саҡырта. План тулмау сәбәпле, Кәүсәр Йәғәфәр улын  хәрби хеҙмәткә алалар. Совет заманында йәштәрҙе әрмегә оҙатыу абруйлы, мөһим сараларҙан һанала. Кәүсәрҙе лә бөтә ауыл менән гөр килеп, ҡыңғырауҙар тағылған саналарға тейәлеп, гармундар тартып, туй кеүек оҙаталар. 7 ноябрь ул башта Өфөнән Әлшәй военкомына, аҙаҡ ҡабаттан Өфөгә һалдаттарҙы йыйыу пунктына килә.

— Армияға китер саҡта Зөфәр ағайым менән күрешә алмауым үкенесле булды. Ағайым был ваҡытта Украинала Карпат арты сиктәрен һаҡланы. Уны һалдатҡа оҙатҡанда  техникумдан ҡайта алманым. Мин көҙ киттем, ә ул шул йылдың ҡышында хеҙмәтен тамамланы. Һөҙөмтәлә, биш йыл осрашманыҡ.

Йәш малайҙарҙы вагондарға тейәп Чита яҡтарына ебәрәләр. Элек кеҫә телефоны тигән нимә юҡ. Юлда барғанда өйгә хаттар яҙып, станциялағы почта йәшниктәренә төшөрә һалабыҙ. Ябай ҡағыҙ битенә яҙылған һөйләмдәр туғандарыбыҙ менән араларҙы яҡынайтып, бәйләп торҙо. Байкал артында урынлашҡан Приаргунск сик буйы отрядында өс ай хәрби уҡыу үткәс, Нерченский завод-отрядының М.С.Деревянко  исемендәге заставаға ебәрҙеләр. Шилка, Аргунь йылғалары тоташып, Амур башланған ерҙәрҙең сиген һаҡланыҡ.

Заставала 50 кеше. Мин бәйләнеш бүлегендә электр ҡоролмалар буйынса мастер вазифаһын башҡарҙым.  Башҡортостандан байтаҡ егеттәр бергә хеҙмәт иттек. Иң яҡын дуҫым — Мәләүездән Василий Маганев тигән егет булды. Әле лә осрашып торабыҙ. Ул — медицина фәндәре кандидаты.

 Беҙҙә тәртип ныҡ һәм ҡаты күҙәтелде. Электр ҡеүәтле заборҙар ҡуйылған сик буйҙарын һаҡларға сыҡҡанда 50-шәр патрон, ә көсәйтелгән осраҡта икешәр граната ла бирә торғайнылар. Хәрби тәүлек сәғәт етелә башлана. Начальник һәр беребеҙгә эш ҡуша. Төнгөлөккә сыҡһаң, киске аштан һуң, өҫтәп ике печенье, 30 грамм итле тултырма, 15 грамм һыйыр майы бүленә. Һәр смена алдынан застава буйынса дежур һалдаттарҙы уята. Бер ни тиклем хеҙмәт иткәс, мине нарядтар буйынса өлкән итеп тәғәйенләнеләр. Һыбай йөрөп тә дозорға сыға инек. Йылғаларҙа хәрби катерҙар ҡулланылды. Иң иҫтә ҡалғаны  — 33 метр бейеклектәге күҙәтеү вышкаһы. Унда 40 тапҡырға ҙурайтып күрһәтеүсе бинокуляр торба бар ине. Күҙҙәрең талғансы шунан күҙәтәһең, арыһаң — икенсе һалдат дауам итә һәм шулай даими, бер туҡтауһыҙ ҡарап торорға кәрәк. Хәрби хеҙмәт тиҙ үтте, ике йыл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ҡайтыр саҡта туғандарса хушлаштыҡ. Хеҙмәт йылдары беҙҙе ҙур, ныҡлы ғаиләгә берләштерҙе шул.

Ауылға ҡайтғас, бер аҙнанан техникумға йүнәлдем. Ҡалған уҡыуымды тамамлап, 1979 йылда Липовка совхозының Сәғит бүлегендә агроном вазифаһында хеҙмәт юлымды башланым. Шул уҡ йылда Ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға индем. 1982 йылда тормош иптәшем Фәнизә Әсҡәт ҡыҙы менән өйләнештек һәм Благовещенкала ғаилә ҡорҙоҡ. Вадим һәм Гөлназ исемле балаларыбыҙ тыуҙы.

Ғүмер буйы ергә яҡын булдым. Агрономлыҡтан  тыш, ауыл советы рәйесе, район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы ла булдым. Дөйөм хеҙмәт стажым — 41 йыл.

Беҙ, совет өйрәтеүҙәрендә тәрбиәләнгән быуын кешеләре, бөгөн йәштәрҙең үҙ маҡсаттарына табан ҡыйыу барыуҙарына, аҡыллыҡтарына һәм әүҙемлектәренә, алдынғы ҡарашта булыуҙарына һоҡланабыҙ. Шундай алмашсыларыбыҙ булғанда илебеҙҙең киләсәге өсөн тынысбыҙ, — тип хәрби хеҙмәт осоро хәтирәләре менән уртаҡлашты Кәүсәр Йәғәфәр улы.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас