Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Декабрь 2021, 21:56

Өфө мэры ҡар таҙартырға ҡамасаулаған машиналарҙы эвакуацияларға ҡушты

 Был турала ул 7 декабрҙә, баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Өфө мэры ҡар таҙартырға ҡамасаулаған машиналарҙы эвакуацияларға ҡушты

«Туҡталыштарҙа боҙлауыҡҡа ҡаршы реагент һипкәс, уларҙың эшенән һуң бысраҡ тороп ҡала, ошо бысраҡты ваҡытында таҙартырға кәрәк», — тине Греков.

Ҡала етәксеһе Совет урамына ла иғтибар итергә ҡушты, уның фекеренсә, был урамды «бик насар» таҙарталар.

 «Машиналар тора... эвакуатор дежур итергә һәм бөтә машиналарҙы ваҡытында эвакуацияларға тейеш. Тротуарҙа машиналар ҡуйыу бөтөнләй тыйыла. Туҡтау урындары хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ», — тип өҫтәне ул.

Источник: www.bashinform.ru

Автор:Алия Ахтямова