Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Декабрь 2021, 20:38

Башҡортостанда юл фажиғәһендә һәләк булған өс бер туғанды һуңғы юлға оҙаталар

7 декабрҙә, Әбйәлил районы Рыҫҡужа ауылында бер юлы өс ирҙе ер ҡуйынына тапшыралар. 

Башҡортостанда юл фажиғәһендә һәләк булған өс бер туғанды һуңғы юлға оҙаталар

 Улар юл-транспорт фажиғәһенә осраған. Ҡуса - Златоуст трассаһында ВАЗ-2109 менән «Газель» йөк машинаһы бәрелешкән.

Фажиғә 5 декабрҙә булған, тип хәбәр итте Силәбе өлкәһе ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте. Еңел автомобилдә 4 йәшлек малай ҙа булған, хәҙер Силәбе табиптары уның ғүмере өсөн көрәшә.

Һәләк булған водителдең исеме - Вадим, иҫән ҡалған малай - уның улы Рамазан. Ғаиләлә тағы йәш ярымлыҡ Арыҫлан исемле малай үҫә, ә Вадимдың ҡатыны Вәлиә өсөнсө бәпәй көтә. Йәш ҡатын балалары менән яңғыҙ тороп ҡалған.

📣"Улым, йәшә! Тик һин йәшә генә! Мин яныңда, бәләкәсем минең!", - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Источник: mybashkortostan.ru

Автор:Алия Ахтямова