Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Ноябрь 2021, 15:17

“Ниндәй көй, әйт!”

Көмәрле ауылы клубында көҙгө көнгә йәм өҫтәп, кәйефтәрҙе күтәреп “Ниндәй көй, әйт!” (“Угадай мелодию” тапшырыуы кеүек) тип аталған матур музыкаль сара ойошторолдо.

Асыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Көмәрле ауылы клубында көҙгө көнгә йәм өҫтәп, кәйефтәрҙе күтәреп “Ниндәй көй, әйт!” (“Угадай мелодию” тапшырыуы кеүек) тип аталған матур музыкаль сара ойошторолдо.

Был байрам күңел асыу өсөн генә түгел, ә башҡорт эстрадаһы, халыҡ йырҙары, һәүәҫкәр композиторҙарҙың ижадына байҡау яһау, сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү, йәнле аралашыу маҡсатынан уҙғарылды.

Бәйгелә 40  һәм унан өлкән йәштәге йыр-моң һөйөүселәр ҡатнашты. Динара менән Раян Сәйғафаровтар, Филиә Ямансарова, Венера Мөслимова, Фәрит Байғузин, Илшат Хәйбуллин, Фәнис Фәхретдинов, Мәдхиә Аликаева күңелдәрен биреп, йыр-моң донъяһында белемдәрен һанап ҡараны.

Тәүге турҙа тәҡдим ителгән һүрәттәргә ҡарап, йырҙың исемен әйтергә һәм ике юлын йырлап күрһәтергә кәрәк ине. Ярыштың был өлөшө бигерәк ҡыҙыҡ үтте. Көйәрмәндәр ҙә тик ултырманы, һәр кем үҙенеке өсөн “ауырыны”, көслө алҡыштар менән бәйгеселәрҙе дәртләндереп торҙо.

Артабан “Яратҡан йырым” конкурсы уҙҙы. Берәүҙәр, халыҡ йырҙарын һуҙһа, икенселәр бөгөнгө композиторҙарҙың ижад емештәрен башҡарҙы. Тамашасылар һәр сығышты илһамланып тыңланы.

“Таҡмаҡтар” ҙа ла ҡыҙыу көрәш барҙы. Мәрәкәле әйтештәр үҙе бер тамаша булды. Ауылыбыҙҙың һәүәҫкәре Фәрит Байғузин да бәйгегә үҙ өлөшөн индерҙе — гармунда көйҙәр уйнаны, ә бәйгеселәр уларҙы атап торҙо. Баһалама комиссияһы бөтәһенә лә ғәҙел баһа бирҙе. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Гөлнара Мырҙагилдина,

ауыл клубының художество етәксеһе.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в